Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Кемдең һыйыры?”

Асыҡ ҡоҙоҡтар балалар өсөн генә түгел, хайуандар өсөн дә баш ҡаҙығы... Красноусол ауылында меҫкен бер һыйыр ҡоҙоҡҡа ҡолап, ҙур стресс кисергән. Ярай әле, бәләгә тарыған малды үтеп барыусы бер кеше күреп ҡалып, хужаны тиҙерәк табыу, хайуанҡайҙы ҡотҡарыу өсөн социаль селтәргә пост һалған. “Кемдең һыйыры?Тиҙерәк ярҙам итегеҙ иҫән булғанында”, тип, бәләгә битараф булмаған ир ҡоҙоҡтоң ҡайҙа булыуын аңлатҡан һәм фотоһын һәм видеоһын да һалған. Халыҡтың ярҙамсыллығы арҡаһында һәм хайуандың ҡолағындағы биркаға ҡарап , мал хужаһын тиҙ тапҡандар. Һыйырҙы имен-аман “ҡоллоҡтан” сығара алған ауылдаштар. Фото: социаль селтәрҙәр.