26 июндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Фән сәғәте” форматында тематик күсмә кәңәшмә үткәрҙе. Сара Рәсәй Фәндәр академияһының Металдарҙың үтә пластикалылығы проблемалары институтында булды. Кәңәшмәлә профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, төбәк вуздары ректорҙары, фәнни йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашты. Көн үҙәгендә тикшереү проекттарын тормошҡа ашырыу һәм уларға республика ярҙамы мәсьәләләре ине. Башҡортостан Башлығы үҙенең сығышында фәнни эшмәкәрлектең мөһимлеген һәм иҡтисадтың төрлө тармаҡтарына, тәү сиратта машиналар төҙөүгә яңы эшләнмәләрҙе сафҡа индереүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Республика етәкселеге Башҡортостандың фәнни-технологик үҫештең программаларын эшләгән пилот төбәктәре иҫәбенә инеүе хаҡында әйтте. -Быйыл август аҙағында Рәсәй Хөкүмәтендә һәм Федерация Советында программаны яҡлаясаҡбыҙ, - тине Радий Хәбиров. – Һәм был өлкәләге төп йүнәлештәребеҙҙең береһе – фәнгә һәм юғары мәктәпкә булышлыҡ итеү. Башҡортостан Башлығы шулай уҡ фәнни-техник парк кон