26 июндә Шишмә районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Үҙәк хәрби округ ғәскәрҙәре командующийы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы генерал-лейтенант Дмитрий Глушенков Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемен йөрөткән “Патриот” паркында булды. Белеүебеҙсә, 2022 йылдың июнендә парк биләмәһендә “Авангард” уҡыу-методик үҙәге эшләй башланы. Унда тотош республиканан өлкән кластар уҡыусылары сборҙар үткәрә. Улар устав, тактика нигеҙҙәрен өйрәнә, строй һәм хәрби-медицина буйынса әҙерлек үтә. “Патриот”та шулай уҡ мәҙәни-тәрбиә, спорт һәм мәғариф саралары, хәрби хәрәкәттәр ветерандары менән осрашыуҙар үткәрелә. Бында “Партизан ауылы” комплексы һәм ярыштар өсөн “Геройҙар уҙыштары” трассаһы бар. Радий Хәбиров һәм Дмитрий Глушенков дәрестәр өсөн кабинеттарҙы, шул иҫәптән электрон тирҙы һәм беренсе медицина ярҙамы кабинетын да ҡараны. Рәсәй Геройы Максим Серафимов иҫтәлегенә бында уның исемен йөрөткән кабинет булдырылған. “Авангард” уҡыу-методик үҙәге етәксеһе Никита Рекрут өлкән кластарҙа уҡыусыла
Радий Хәбиров һәм Дмитрий Глушенков “Патриот”та булды
26 июня 202426 июн 2024
1 мин