Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

“Те яҡҡамы, бы яҡҡамы?”: Милли йәштәр театры өр-яңы спектакль ҡуйҙы

“Те яҡҡамы, бы яҡҡамы?” – тип аптырап торған кескәй Әлфиәнең ҡыҙыҡлы хәлдәре күптәргә таныштыр. Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры шул китап буйынса “Әлфиә хикәйәләре” тигән спектаклде сәхнәгә сығарҙы. Премьераһы 25 июндә уҙҙы. Спектакль ғаилә менән бергә ҡарау өсөн тәғәйенләнгән. Жанрҙы «бер бәхетле бала саҡ» тип билдәләгән. Шуныһы әһәмиәтле: тәүге тамашасылар араһында төп геройҙың прототибы – Әлфиә Мостай ҡыҙы үҙе лә булды. Ҡуйыусы режиссёры һәм инсценировка авторы – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Мөсәлим Күлбаев. Бәләкәй залда уйналыуы спектаклгә өйҙәге кеүек йылылыҡ өҫтәй, нисә йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, бөтә тамашасылар ҙа уны йотлоғоп ҡараны. Сәхнә үҙәгендә урынлашҡан портал кеүек асыҡ китап бала саҡ донъяһына күсерҙе. Спектакль ғәжәйеп мажаралар донъяһына сумырға, бер ниндәй өгөт-нәсихәтһеҙ генә тормош һабаҡтарын үҙләштерергә ярҙам итә. Премьера өҫтөндә ҡуйыусы рәсса

“Те яҡҡамы, бы яҡҡамы?” – тип аптырап торған кескәй Әлфиәнең ҡыҙыҡлы хәлдәре күптәргә таныштыр. Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры шул китап буйынса “Әлфиә хикәйәләре” тигән спектаклде сәхнәгә сығарҙы. Премьераһы 25 июндә уҙҙы. Спектакль ғаилә менән бергә ҡарау өсөн тәғәйенләнгән. Жанрҙы «бер бәхетле бала саҡ» тип билдәләгән. Шуныһы әһәмиәтле: тәүге тамашасылар араһында төп геройҙың прототибы – Әлфиә Мостай ҡыҙы үҙе лә булды. Ҡуйыусы режиссёры һәм инсценировка авторы – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Мөсәлим Күлбаев. Бәләкәй залда уйналыуы спектаклгә өйҙәге кеүек йылылыҡ өҫтәй, нисә йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, бөтә тамашасылар ҙа уны йотлоғоп ҡараны. Сәхнә үҙәгендә урынлашҡан портал кеүек асыҡ китап бала саҡ донъяһына күсерҙе. Спектакль ғәжәйеп мажаралар донъяһына сумырға, бер ниндәй өгөт-нәсихәтһеҙ генә тормош һабаҡтарын үҙләштерергә ярҙам итә. Премьера өҫтөндә ҡуйыусы рәссам – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Юлиә Ғиләжева, хореограф һәм пластик яҡтан ҡуйыусы Андрей Сорокин, яҡтыртыу буйынса рәссам Светлана Насонова, режиссер ярҙамсыһы Ульяна Ершова эшләгән. Музыкаль биҙәлеште Ульяна Чарыева менән Мөсәлим Күлбаев әҙерләгән. Фото: Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры.