Ҡалтасы районында зарарлы аҙыҡ ашап ағыуланыу осраҡтары теркәлгән, тип хәбәр итә Ufatime.ru. Бер йәштән 13 йәшкә тиклемге биш бала зыян күргән. Уларҙың бөтәһе лә бер ғаиләлә тәрбиәләнә, Ҡалтасы районының Кәкүш ауылында йәшәйҙәр.иӘйтеүҙәренсә, һатып алынған ярымфабрикаттар ашағандан һуң улар үҙҙәрен насар тоя башлаған. Тәүге билдәләре – температура күтәрелеүе, уҡшытыу һәм ҡоҫоу күҙәтелгән. Балалар Нефтекама дауаханаһына оҙатылған. Табиптар балаларҙың хәлен уртаса ауырлыҡта тип баһалай. Йәйге миҙгелдә санитария-гигиена ҡағиҙәләрен айырыуса теүәл үтәү талап ителә. “Бысраҡ ҡулдар” сирҙәренең булыуын да хәтерҙә тотоғоҙ, тип иҫкәртә табиптар. Фото: https://ufatime.ru/news/2024/06/26/v-bashkirii-pyatero-detej-popali-v-bolnicu-posle-upotrebleniya-polufabrikatov/