“Һаулыҡ. Яуаплылыҡ. Хеҙмәт”аң-белем таратыу кампанияһына ярашлы, 10 июндән 10 сентябргә тиклем хеҙмәтте һаҡлау өлкәһендә Бөтә Рәсәй конкурстары үткәрелә. “Хеҙмәтте һаҡлау буйынса иң яҡшы белгес” конкурсында эшмәкәрлеге туранан-тура хеҙмәтте һаҡлау менән бәйләнгән белгестәр һәм хеҙмәтте һаҡлау буйынса ойошма етәкселәре ҡатнаша. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса дүрт номинацияла 12 призер билдәләнәсәк. Беренсе урынды алғандар “Бөтә Рәсәй хеҙмәт аҙнаһы –2025” сараһында ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә. “Хеҙмәтте һаҡлау өлкәһендә Рәсәй Федерацияһы субъекты башҡарма власының иң яҡшы органы” конкурсы башҡарма власть төбәк органдары вәкилдәренән төҙөлгән командалар һәм шәхси ҡатнашыусылар өсөн асыҡ. “Хеҙмәтте һаҡлау буйынса иң яҡшы һанлы ҡарарҙар” конкурсына хеҙмәтте һаҡлау өлкәһендә алдынғы технологияларҙы һәм яһалма интеллектты тәьҫирле файҙаланған юридик берәмектәр һәм эшҡыуарҙар саҡырыла. “Хеҙмәтте һаҡлау өлкәһендә иң яҡшы эре бизнес ойошмаһы” конкурсы Рәсәй биләмәһендә иҡтисадтың бөтә өлкәләрендә эшләгән компаниялар өсөн. Конкурста компанияларҙың хеҙмәткәрҙәр һаны 1000 кешегә ҡәҙәр һәм 1000 кешенән күберәк булған ике категорияһы ҡатнаша. “Хеҙмәтте һаҡлау өлкәһендә иң яҡшы бюджет ойошмаһы” конкурсы дәүләт учреждениеларында иң алдынғы тәжрибәне асыҡлауға йүнәлтелгән. “Хеҙмәтте һаҡлау өлкәһендә иң яҡшы бәләкәй һәм урта бизнес ойошмаһы” конкурсы ике номинация буйынса үткәрелә: хеҙмәткәрҙәр һаны йөҙ кешегә тиклем һәм йөҙҙән ашыу булған компаниялар өсөн. Конкурстар һөҙөмтәһе буйынса иң яҡшы эш биреүселәр, белгестәр, ойошмалар билдәләнәсәк. Конкурсҡа йомғаҡ яһау һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы Сочиҙа Бөтә Рәсәй хеҙмәтте һаҡлау аҙнаһында үтәсәк. Конкурстарҙа ҡатнашыу өсөн заявкаларҙы 2024 йылдың 30 июненә тиклем kot.vcot.info сайтында бирергә кәрәк. Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы