Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ишембай ирекмәндәре "Волонтерҙар лагеры"нда ҡатнашты

"Мәғариф" милли проектының "Социаль әүҙемлек" төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Ишембай районында волонтерҙар хәрәкәте әүҙем үҫешә. 20-22 июндә Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” хәрби-патриотик паркында Республика ирекмәндәр лагеры үтте, унда 300 иң яҡшы ирекмән йыйылды. Улар - ирекмәндәр йәмәғәт берләшмәләре, муниципаль ирекмәндәр штабы һәм социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған ойошмалар вәкилдәре. Ишембай районынан Йәштәр эштәре буйынса муниципаль комитет базаһында эшләп килгән "Ишембайҙың изге йөрәктәре" штабы ирекмәндәре – 2-се гимназия уҡыусылары Зарина Сәйфуллина һәм Карина Евдокимова конкурс һайлап алыуы аша үтеп, унда ҡатнашты. Өс көн дауамында ҡатнашыусылар изгелек эшләүселәр, ирекмәндәр хәрәкәте лидерҙары һәм Республика ирекмәндәр корпусы йүнәлештәре буйынса практик эш алып барҙы. Сарала ҡатнашыусылар менән тәжрибәле эксперттар – Евгений Кузьмин, Милена Богданова, Артем Рыков, Никита Анучин һәм Екатерина Абрамчева осрашты. Буласаҡ “Башҡортостан ирекмәне кодексы” өсөн идеялар әҙерләү һәм ирекмәнлек йүнәлештәрен үҫтереү буйынса стратегик ҡарарҙар – заезд йомғағы булды. Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Ишембай районы хакимиәте.