Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бал тапмаған ҡорт булмаҫ...

Россельхознадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы, Башҡортостандың ветеринария буйынса дәүләт идаралығы, Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы белгестәр, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы ярҙамы менән республика биләмәһендә автомобиль юлдары буйлап бал ҡорттарын законһыҙ индереү осраҡтарын асыҡлау буйынса даими рәүештә рейдтар үткәрә. Сара барышында республикаға Урта Азия илдәренән ветеринария танытмаһы булмайынса индерелгән бал ҡорттары күстәренә айырым иғтибар бүленә. Сираттағы тапҡыр үткәрелгән рейдта ҡатнашып, был эштең нескәлеген күрергә тура килде. Саранан һуң байтаҡ уйҙар тыуҙы: быйыл бал ҡорттары өсөн ҡыш ауыр булды, уларҙың күпләп үлеү осраҡтары теркәлде; башҡорт бал ҡортоноң таҙалығын һаҡлап алып ҡалыу тураһында көйәбеҙ, ә яуаплылыҡ ҡайҙан башлана һуң? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап биреп ҡарайыҡ. “Бал ҡорто” операцияһы: осһоҙ эшселәр ҡайҙа ла кәрәк Башҡортостанда "Бал ҡорто" операцияһы һуңғы ике айҙа республиканың барлыҡ райондарында үткәрелә. Сарала Россельхознадзор белгестәре, ветеринарҙар ҡатнаша. Шулай ҙа ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре рейдтан тыш туҡтатҡан машинала бал ҡорто күсе була икән, мотлаҡ белгестәрҙе саҡыртып ала, улар тәүҙә урында күстең документтарын тикшерә. Артабан саралар күрә. Шик тыуҙырған күс лаборатор тикшереүгә оҙатыла, унан карантинға ебәрелә. Балдың сифатын юғалтырға ярамай Республика Рәсәйҙә баҙар балын етештереү буйынса лидер һанала –илдә алынған һәр унынсы килограмм бал Башҡортостандан. Республикала йәмғеһе 13 мең умартасылыҡ теркәлгән, уларҙа 272 мең умарта иҫәпләнә. Әммә беҙҙең төбәктә үрсетелгән бал ҡорттары һуңғы ваҡытта баҙар шарттарының ҡанундарынан, иҡтисади һынауҙарҙан зыян күрә. Был башҡа илдәрҙән, айырыуса урта Азиянан, индерелгән бал ҡорттары арҡаһында килеп сыҡҡан хәлгә бәйле. Осһоҙ бал ҡорттары һатып алған умартасылар арҡаһында башҡорт бал ҡортоноң йышыраҡ ауырыу осраҡтары теркәлә, күстәр көсһөҙләнә. Һөҙөмтә булараҡ балдың сифаты насарая. Тәжрибәле умартасылар шулай уҡ ситтән алып киленгән бал ҡорттарының ныҡ тешләшеүен, уҫаллығын, тиҙ арала башҡа тоҡомдарҙы ҡыҫырыҡлап сығарыуын билдәләй. Бынан бер нисә йыл элек Иглин районында үткән умартасылар йыйынында тап ошо мәсьәләне көн ҡаҙағына сығарып, оҙаҡ һөйләшеү булды. Ысын умартасылар үҙҙәренең бал ҡорттарына ла, күршеләренекенә лә зыян килтермәү, башҡорт бал ҡортоноң тоҡомон һаҡлап алып ҡалыу өсөн ситтән ҡорттар һатып алыуҙан баш тартырға тейеш тигән фекерҙәр ҙә яңғыраны. Шул ваҡытта уҡ башҡорт бал ҡортоноң генофондын һаҡлап ҡалыу мөһим икәнлеге, Хөкүмәт тарафынан был йәһәттән саралар күрелеү кәрәклеге тураһында һөйләнелде. Умартасыларҙың аһ-зарын ишеттеләр. Законға өҫтәмәләр индерелде, ситтән күстәр алып килеү тыйылды, әммә был осраҡта, әлеге лә баяғы, тиҙ табыш алырға теләүселәр аяҡ салды. Үҙебеҙҙең күстәрҙе алығыҙ Мөмкин тиклем тиҙерәк табыш алыр өсөн, тиҙ үрсегән бал ҡорттарын алыу бөгөнгө ауырлыҡтарға алып килгән дә инде. Был бал ҡорттары беҙең төбәктең ҡырыҫ ҡышыңн нисек кисерер? Сит илдәрҙә таралған ниндәй сирҙәр килтерер? Аҙаҡҡы сиктә үҙенсәлекле башҡорт балы сифатын юғалмаҫмы? Еңел аҡса артынан ҡыуған умартасыларҙы был мәсьәләрәр аҙ борсой, күрәһең. Умартасыларҙың аһ-зарҙарын ишетеп, аңлап, Россельхознадзор идаралығы былтырҙан алып Урта Азиянан бал ҡорттарын индереүҙе тыйҙы. Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм Үзбәкстандан бал ҡорттарын индереүгә сикләүҙәр индерелеүе осраҡлы түгел. — Башҡортостанға һуңғы 24 ай эсендә сирҙәрҙән азат булған, таможня берлегенең экспортлаусы илдәренең алдынғы хужалыҡтарынан сыҡҡан сәләмәт бал ҡорттары күстәрен килтерергә рөхсәт ителә. һатыусының тейешле документтары булырға тейеш. Әгәр был шарттар үтәлмәй икән, күстәр карантинға ҡуйыла. Ауылдан биш километр алыҫлыҡта урынлашҡан был зоналарҙа бал ҡорттары күстәренә диагноз ҡуйыу һәм тикшереү бер ай дауамында алып барыласаҡ. Әлегеләй карантин биләмәләре республиканың һәр районында бар, — тип һөйләне Башҡортостан буйынса Россельхознадзор идаралығының дәүләт инспекторы Рөстәм Аҡбашев. Ҡорттар карантинда! Ҡырмыҫҡалы районының Боҙаяҙ ауылында урынлашҡан ошондай карантин зонаһында булдыҡ. Барыһы ла етди — шлагбаум, ҡойма, «Карантин» тигән хәүефле иҫкәртеүсе билдә, бал ҡорттары күстәре тора. Бал ҡорттарын ваҡыты-ваҡыты менән тикшерәләр, лаборатор анализдар тапшыралар. Ләкин ауырыу булыуы раҫланмаһа,улар яңы хужаларына тапшырыласаҡ һәм республикала ҡаласаҡ. — Республикала район һәм ҡала ветеринария станциялары үткәргән яҙғы ревизия һөҙөмтәләре буйынса ҡышҡы осорҙа 8780 күс һәләк булған. Үлемдең төп сәбәптәре – тәү сиратта бал ҡорто токсикозы, гипотермия. Әлбиттә, һыуыҡ ҡышты ла инҡар итергә ярамай. Май һәм июндә республика умартасыларының сит илдән рөхсәтһеҙ күстәр индереү осраҡтары теркәлгән. Диагностиктар ҡайһы бер бал ҡорттарының йоғошло ауырыуҙары булыуын күрһәтте. Быйыл Тәтешле, Әлшәй, Бүздәк, Федоровка, Учалы, Салауат райондарында бал ҡорттары күпләп һәләк булған. Май айынан иһә Ҡырмыҫҡалы, Өфө, Нуриман райондарында бал ҡорттарының күпләп ауырыу осрағын теркәнек — тип хәбәр итте Башҡортостандың ветеринария буйынса Дәүләт комитетының эпизотик сараларҙы ойоштороу һәм контролдә тотоу буйынса бүлек начальнигы урынбаҫары Рәшит Гәрәев. Сиктәрҙе йоҙаҡ менән ябып булмай, әммә республиканың умартасылары үҙҙәре лә яуаплылыҡ тураһында онотмаҫҡа тейеш. Данлыҡлы башҡорт бал ҡорттарының яҙмышына битараф булмайыҡ. Алмаз ҒӘЛИМОВ, Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығының инвесторҙар менән бәйләнеш һәм тышҡы бәйләнештәр буйынса бүлек етәксеһе: Беҙҙең өсөн биләмәне һаҡлау, төбәктә бал ҡорттары күстәрен етештереүҙе тергеҙеү һәм арттырыу мөһим. Ул саҡта бренд та, бал сифаты ла иң яҡшыһы булып ҡаласаҡ. Башҡорт умартасылары йылына 100 меңгә тиклем бал ҡорто күсе етештереү мөмкинлегенә эйә, был күләм умартасылыҡ үҫешенә етә, ул йылдан-йыл рекордтарҙы яңырта. Башҡортостанда һуңғы өс йылда умартасылыҡты үҫтереүгә 57 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән, ә былтыр Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы тәүге тапҡыр солоҡсолоҡ тармағына ярҙам итә башланы. Республикала ветеринария хеҙмәтенең «ҡыҙыу линияһы» эшләй: 8-800-77-55-828. Ошо һандарға шылтыратып, ситтән индерелгән бал ҡорттары тураһында мәғлүмәтте еткерә алаһығыҙ. Лилиә НУРЕТДИНОВА. Автор фотолары.