23 июндә, йәкшәмбелә, Севастополь ҡалаһындағы пляжда булған ҡот осҡос хәл – ял итеүселәргә ҡарата ракета һөжүме бөтә илде тетрәтте. Дошмандың ҡанһыҙ ҡыланышы һөҙөмтәһендә биш кеше, шул иҫәптән өс бала һәләк булды, 150-нән ашыу кеше төрлө йәрәхәттәр алды, күптәр әле булһа дауаханала. Ракета һөжүме мәлендә Севастополдәге пляжда булып, ундағы ҡот осҡос ваҡиғаларҙы үҙ күҙҙәре менән күргән яҡташыбыҙ Сәриә Ғиниәтуллина бына нимәләр һөйләне. “Сәғәт 11.30 тирәһендә беҙ пляжға киттек. Кеше бик күп ине, ял көнө бит. Күпмелер ваҡыттан һуң, бабайым лежакта ҡыҙынып ятып ҡалды, ә мин яр буйлап киттем. Бер заман утлы уҡ оса, утлы юл һуҙып. Ул 12.12 – 12.15 сәғәт тирәһе. Берәү күрмәй. Бер иргә әйтәм, ПВО эшләйме тип. Кеше иғтибар итмәй. Туҡтап ҡалдым. Ҡарап торам. Беҙҙең ракета һауаға инеп юғалды ла, шартлау ишетелде. Беҙҙең өҫтә генә төтөн барлыҡҡа килде, һыу өҫтөндә, ә мин ярҙан 2 метр алыҫлыҡта торам. Мин күрмәнем, сөнки бабайымды эҙләй башланым, башҡалар әйтте: һыуға шапылдап ярсыҡтар ҡойолдо тип.