Оло йәшкә етһәләр ҙә, бер-береһен ҡәҙерләп, хөрмәтләп йәшәгән парҙар була. Уларҙың бер-береһе өсөн генә яратылғаны әллә ҡайҙан күренеп тора. Ишембай районының Яңы Әптек ауылында йәшәүсе Гәүһәр менән Баязит Латиповтар тураһында ла тап шул һүҙҙәрҙе әйтергә мөмкин. Ҡарашта ла, үҙ-ара һөйләшеүҙә лә сағыла йылы мөнәсәбәт. Гәүһәр апай – Арлар ауылынан, Баязит ағай иһә Һайрандыҡы. Бер мәктәптә уҡыйҙар. Тап шул үҫмер осорҙа улар бер-береһенә ғашиҡ була. Тәнәфестәрҙе көтөп алып, бер-береһенә запискалар тапшырған мәлдәрҙе әле лә йылы хистәр менән һағынып иҫкә ала Латиповтар. Баязит ағай ҡыҙҙың зәп-зәңгәр матур күҙҙәренә ғашиҡ булһа, Гәүһәр апайҙы иһә егеттең сибәрлеге, ҡуйы бөҙрә сәстәре әсир итә. – Мәктәптә уҡығанда еңел атлетика менән шөғөлләндем. Физкультура техникумына барырға теләгәйнем, “малай кеше һымаҡ унда уҡып йөрөмә” тип атайым ҡаршы төштө. Шуға Китапхана техникумына юлландым, аҙаҡ ситтән тороп Силәбе ҡалаһындағы Мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһында юғары белем алдым, – тип һөйләп алы