Мәскәү өлкәһенең Фрязино фәнни-тикшеренеү институтында янғын сыҡҡан. "Платан" фәнни-тикшеренеү институты электрон деталдар һәм радиокомпоненттар етештереү менән шөғөлләнә. Теоретик һәм практик тикшеренеүҙәр буйынса махсуслаша. Янғын сыҡҡан ваҡытта институт эсендә кешеләр ҡалған. Улар ҡулдарын болғап, тәҙрәләр ватып, ярҙам һорағандар. Янғын бишенсе ҡатта башланған. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, янғында 9 кешенең ғүмере өҙөлгән, өс кеше дауаханала, улар төтөн менән ағыуланған. Берәүһенең хәле ныҡ ауыр. Бина эсендә 9 кеше ҡалған булған. Уларҙың дүртеһенең һуңғы минуттары видеоға эләккән: береһе тәҙрәнән һикерә, икенсеһе янып бөткәс тәҙрәнән ҡолап төшә, ҡалған ике кеше шартлау ваҡытынан һуң тәҙрәлә күренмәй башлай. Әле ваҡиға урынында янғын һүндереүселәр, ҡотҡарыусылар, башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Янғын сәбәптәре асыҡлана. Фото һәм сығанаҡ: Интертат