Найти тему
Башҡортостан гәзите

Стәрлетамаҡ районында иң ҙур ферма төҙөлә

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Стәрлетамаҡ районында эш сәфәре менән булды. Ошо хаҡта социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. “Бында беҙҙең иң ҙур ауыл хужалығы предприятиеларының береһе – Калинин исемендәге яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтте һәм һөт-тауар комплексын берләштергән Калинин компаниялар төркөмө урынлашҡан. Ике проекттың да үҙ мал аҙығы базаһы һәм селекция-генетика үҙәге бар. Эш “Калинин компаниялар төркөмөнөң һөт малсылығын үҫтереү” берләшкән глобаль проекты сиктәрендә алып барыла, ул үҫемлекселек һәм малсылыҡты үҫтереүҙе һәм индустриаль һөт фермаһын төҙөүҙе үҙ эсенә ала. Төбәк Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса инвестиция проекттары өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерелгән. Ферма төҙөлөшө майҙансығын менән таныштыҡ. Административ-көнкүреш корпусы тулыһынса әҙер. План буйынса объектты киләһе йыл аҙағында тапшырырға кәрәк, әммә төҙөлөш барған темптар алдан килә. Инвестициялар күләме – 6,2 миллиард һум. Бынан тыш, 128 яңы эш урыны булдырыласаҡ һәм эшселәр ятағы төҙөләсәк. 2018 йылдан Башҡортостанда 21 индустриаль һөт фермаһы эшләй. 2030 йылға тиклем тағы ла кәм тигәндә 30-ҙы төҙөргә һәм тапшырырға кәрәк. Һөҙөмтәлә республиканың 50-нән ашыу фермаһы 630 тонна эске ихтыяж менән миллион тоннанан ашыу тауар һөтө бирәсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәм, бындай күләмде эшкәртеү өсөн беҙ параллель рәүештә Бәләбәйҙә, Мәләүездә һәм Раевкала һөт заводтары төҙөйбөҙ. Стәрлетамаҡ районындағы ферма Башҡортостанда бындай форматтағы иң ҙур һәм берҙән-бер буласаҡ. Бында көн һайын яҡынса 3600 мең баштан һөт һауып алынасаҡ. 2028 йылға предприятие 34 084 тонна һөт ҡеүәтенә сығыр, тип көтәбеҙ. Һүҙ иң юғары сифатлы продукция сығарыу хаҡында бара, ул йомшаҡ һәм ҡаты сырҙар, һөт продукцияһы һәм балалар аҙыҡ-түлеге етештереүгә йүнәлтелә. Артабан эшләйбеҙ”, – тип уртаҡлашты Андрей Назаров. Фото: Андрей Назаров