Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Депутаттар теракттарҙа һәләк булыусыларҙы иҫкә алды

– Үткән йәкшәмбелә Рәсәй террор һөжүменә дусар булды: ҡот осҡос хәл күп һанлы ҡорбандарға килтерҙе. Севастополдә тыныс ҡына һыу инеп йөрөгән кешеләргә, ғаиләләргә америка ракеталары, Дағстан Республикаһында ҡоралланған бандиттар ғибәҙәтханаларға һөжүм итте. Теракттарҙа һәләк булыусыларҙың туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, – тине парламент спикеры Константин Толкачев. Көн тәртибенә бөтәһе 50-гә яҡын һорау индерелде. Улар иҫәбендә вице-премьер, республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахмановтың 2023 йылда ”Башҡортостан Республикаһында ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһы, сеймал һәм аҙыҡ-түлек баҙарын көйләү” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу йомғаҡтары тураһында доклады ла булды. Депутаттар инвалид етем балаларға бюджет иҫәбенә ҡайтанан уҡытыуға ярҙам итеү, граждандарҙың тыныслыҡ тураһындағы законға һәм һалым ҡануниәтенә үҙгәрештәр индереү тураһында закон проекттарын ҡараясаҡ. Бынан тыш, депутаттар республиканың Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләү өсөн Елена Теняева кандидатураһын, Дәүләт Думаһынан килгән федераль закон проекттарын, 2024 йылдың көҙгө сессияһына Дәүләт Йыйылышының закон проекттары эшенең яҡынса программаһын тикшерәсәк. Фото: Башинформ.