Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Балалар Башҡортостан лагерҙарында һәм диңгеҙҙә ял итә

Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы – Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе предприятиеһында (Ростех дәүләт корпорацияһының берләштерелгән Двигателдәр эшләү корпорацияһына инә) йәйге һауыҡтырыу кампанияһы әүҙем бара. Предприятие хеҙмәткәрҙәренең 7 - 15 йәшлек 1 700-ҙән ашыу балаһы Башҡортостан лагерҙарында һәм диңгеҙҙә ял итәсәк. Предприятие хеҙмәткәрҙәренең балалары өсөн дүрт лагерҙа урын хәстәрләгән: Башҡортостандағы – Н. Гастелло исемендәге һәм “Йондоҙсоҡ”, Ҡара диңгеҙ буйында “Диңгеҙ тулҡыны” һәм Panda Camp лагерҙары. Беренсе ярыштар йәйге мәктәп каникулдары менән рәттән башланған. “Хеҙмәткәрҙәребеҙҙең балаларына сифатлы йәйге ял өсөн шарттар булдырыу – Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы – Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе социаль программаһының мөһим йүнәлештәренең береһе. Ошо маҡсатҡа 90 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Социаль программабыҙҙың “балалар” блогы шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының алты урта һөнәри белем биреү ойошмаһында һәм республиканың алдынғы юғары уҡыу йорттарында – Өфө фән һәм технологиялар университы һәм Өфө дәүләт нефть технологиялар университеты IX һәм XI кластарҙы тамамлаусылар өсөн бушлай маҡсатлы белем алыу мөмкинлеген дә үҙ эсенә ала”, – тип билдәләне идара итеүсе директор урынбаҫары – Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы – Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе персонал буйынса директоры Николай Лютов. Йыл һайын йәйге һауыҡтырыу кампанияһы башланыр алдынан Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә туристик тәҡдимдәрҙе ентекле һайлап алыу үткәрелә. Тәү сиратта сифатлы туҡланыу, профессиональ педагогик һәм медицина хеҙмәткәрҙәре, йыһазландырылған спорт майҙансыҡтары, ә диңгеҙ лагерҙарында беренсе яр һыҙығында урынлашыуы иҫәпкә алына. Юлламаларҙың төп түләүен предприятие һәм уның профсоюз ойошмаһы үҙ өҫтөнә ала. Ата-әсәләр юллама хаҡының 20 процентын ғына түләй, ә әгәр улар профсоюз ағзаһы булһа – 10 процентын. Фото: Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе.