Найти тему
Башҡортостан гәзите

Учалы районы халҡы Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаларына борсоған мәсьәләләр хаҡында һөйләне

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы Урал аръяғында күсмә аралашыу майҙансыҡтарын ойоштороуҙы дауам итә. Уларҙа коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, әүҙем халыҡ үҙ райондарын үҫтереү буйынса борсоған мәсьәләләр һәм тәҡдимдәре менән уртаҡлаша, йәмәғәтселәрҙән консультация ала. Урал аръяғы өсөн был муниципаль һәм республика йәмәғәт палаталары ҡанаты аҫтында ойошторолған тәүге осрашыуҙар. Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Данияр Абдрахманов билдәләүенсә, Хәйбулла һәм Баймаҡ райондарындағы майҙансыҡтар тәжрибәһе һайланған форматтың урындарҙа диалог төҙөргә ярҙам итеүен күрһәтте. – Һәр мәсьәләне хәл итеү һөйләшеүҙән башлана. Муниципалитеттарҙағы коллегаларыбыҙға халыҡ, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар һәм урындағы хакимиәттәр араһында ошондай аралашыуҙар ойошторорға, урындарҙа аныҡ мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам итәбеҙ. Урал аръяғына тәүге сәфәрҙәребеҙ йомғаҡтары буйынса ҡайһы бер мәсьәләләрҙә ыңғай ҡарарҙар бар. Ҡайһы берәүҙәре өсөн әле ваҡыт кәрәк. Кәрәк булған ерҙә ярҙам күрһәтәбеҙ, оҙатабыҙ, көсәйтәбеҙ, – тип билдәләне Данияр Абдрахманов. Учалы ҡалаһындағы осрашыуҙа коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың вәкилдәре һәм халҡы төрлө өлкәләргә ҡағылышлы мәсьәләләр күтәрҙе — муниципалитетҡа йәш белгестәрҙе йәлеп итеү, һаулыҡтары сикләнгән уҡыусылар өсөн мәктәптәрҙә уңайлы мөхит булдырыу, медицина һәм һауыҡтырыу хеҙмәттәре күрһәтеү, инфраструктураны төҙөкләндереү һәм үҫтереү. Халыҡты Өргөн күленең яҙмышы һәм уның биләмәһендәге пляждың торошо борсой. БР Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Кристина Недорезова муниципалитеттың күп мәсьәләләрен хәл итеүҙә битараф булмаған граждандар һәм коммерцияға ҡарамаған сектор ҡатнашыуы хаҡында һөйләне. Учалы районында социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмалар эшләй. Улар иҫәбендә – “Дари Добро” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы. Ойошма инвалид балалары булған ғаиләләргә ярҙам итеү, балаларҙың һәм уларҙың ата-әсәләренең ялын ойоштороу, реабилитациялау менән шөғөлләнә. 2023 йылда Президент гранттары фонды ярҙамында ойошма “Мөмкинлектәр сикләнгән – һәләттәр сикһеҙ” проектын тормошҡа ашыра, уның ярҙамында Учалы районы балалары адаптив физик культура менән шөғөлләнә ала. БР Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, адвокат Булат Сафин йәмәғәтселәргә республика һәм федераль ярҙам мөмкинлектәре тураһында һөйләне, һорауҙарға яуап бирҙе һәм республика Йәмәғәт палатаһы аппаратының коммерцияға ҡарамаған ойошма ресурс үҙәгенә консультацияларға саҡырҙы. Уны тамамлағас, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе райондың мәғариф идаралығы вәкилдәре, мәктәп директорҙары һәм уҡытыусылары менән осрашты, инфраструктура менән танышты һәм белем биреү программаларына йәмәғәт мониторингы үткәрҙе. Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы республика райондарындағы осрашыуҙарҙы дауам итәсәк. 26 июндә Әбйәлил районында диалог майҙансығы ойошторола. Фото: Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһынан.