Шишмә районында урынлашҡан Хөсәйенбәк кәшәнәһенә бынан ун биш йыл самаһы элек барғайным. Ул ваҡытта үткән эшлекле сарала кәшәнәне һаҡлау, бының өсөн ниндәй эштәр атҡарыу кәрәклеге тураһында һүҙ барҙы. Ысынлап та, Хөсәйенбәк кәшәнәһе – XIV быуатта төҙөлөп, беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған мәҙәни мираҫ. Был урындар күп тарихи йомаҡ һаҡлай. Шуға ла республиканың матбуғат саралары вәкилдәре өсөн ойошторолған экскурсияға бик теләп ҡушылдым. Шишмә районы баш ҡала эргәһендә генә урынлашҡан. Күсмә цивилизациялар музейы төҙөлгән урынға 45 минутта барып еттек. Тимәк, баш ҡала халҡына һәм ҡунаҡтарына бик уңайлы ял итеү урыны булырына шик юҡ. Ял көндө ғаилә менән бында иртәнсәк сығып китеп, кисен ҡайтып инеү мөмкинлеге бар. Шишмә районында иһә ҡарарлыҡ һәм балаларҙы мауыҡтырырлыҡ урындар бар һәм буласаҡ. Был урында “Алтын Урҙа” эҙҙәре һаҡлана Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа Урта быуат осорон өйрәнеүгә ҙур иғтибар бүленә. Бөйөк дала осоронда төбәгебеҙҙә халыҡтарҙың ҡеүәтле хәрәкәте башланған. Көньяҡ Урал тиҫтәләгән мәҙәниәт һәм телдәр киҫешкән үҙәккә әүерелгән. Бында күп быуаттар дауамында бергә йәшәргә өйрәнгән төрлө ҡәбиләләрҙең тормошо ҡайнап торған. Төньяҡ менән көньяҡ, көнбайыш менән көнсығыштың әүҙем ҡушылыуы, күсмә халыҡтарҙың һәм ултыраҡ ҡәбиләләрҙең үҙ-ара бәйләнеше була. Беҙҙең төбәк аша каруан сауҙа юлдары үткән, биләмәлә йәйләү үҙәктәре урынлашҡан. Бөтә донъяға билдәле “Шүлгәнташ” мәмерйәһе “Беҙ ҡайҙан?” тигән һорауға яуап бирһә, әле Башҡортостанда булдырылған Евразия күсмә цивилизациялар музейы “Беҙ кем?” тигән һорауға яуап бирергә, кешенең палеометалл дәүеренән алып Һуңғы урта быуатҡа тиклемге үҫешен күрһәтергә тейеш. Әйткәндәй, был музейҙы булдырыу идеяһы – Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтыҡы. Хөсәйенбәк, Турахан мавзолейҙары, Кесе кәшәнә урынлашҡан биләмә боронғо йәйләүҙәр үҙәгенең береһе булған. Нәҡ бында вәғәзселәр һәм Алтын Урҙаның юғары дәрәжәле кешеләре килгән. Бында Волга буйы Болғарынан һәм Кама үрге ағымынан Урта Азияға һәм Себергә илткән каруан юлдарының сауҙа туҡталҡалары урынлашҡан. Тап ошо биләмәләр башҡорт этносын туплау үҙәктәренең береһенә әүерелгән. Былтыр йәй “Подымалово-1” Алтын Урҙа ауылында археологик тикшеренеүҙәр үтте һәм ғалимдар шаҡ ҡатырлыҡ һөҙөмтәләргә өлгәште. Мәҫәлән, ғалимдарыбыҙ туғыҙ археология комплексын – һөйәктән әйберҙәр яһау оҫтаханаһын, мәғдән иретеү һәм металл әҙерләү мейестәрен, керамиканы яндырыу өсөн ҡатмарлы конструкциялы тимерсе усаҡтарын үҙ эсенә алған һөнәрселек үҙәген тапҡан. Ювелир биҙәүестәр өлөштәре, XIV быуат уртаһындағы ике тәңкә, Алтын Урҙаның баш ҡала үҙәктәрендә һәм Урта Азия ҡалаларында етештерелгән әйберҙәр табылған. Йәнә ирҙәрҙең ҡайыш элементтары, атлыларҙың ҡоралдары һәм башҡа бик күп фрагменттар табылған. Был ҡомартҡылар Шишмә районына ла ауаздаш, сөнки сауҙагәрҙәр тап ошо ерҙәрҙән үткән, туҡтаған. Ғалимдар фекеренсә, был ҡомартҡылар ауыл халҡының Түбәнге Волга буйы һәм Урта Азия ҡала үҙәктәре менән бәйләнешен күрһәтә. Ә эргә-тирәләге биләмәлә аҡ ташлы кәшәнәләрҙең булыуы Башҡортостан биләмәһенең Джучи улысының ҡушма һәм мөһим өлөшө, сауҙа юлдарының, йәйләүҙәрҙең киҫешеү урыны, боронғо башҡорт халҡының формалашыу зонаһы хаҡында һөйләй. Музей комплексы урындағы тауҙар һыҙатын ҡабатлай “Архтамға” эксперт-проект бюроһының генераль директоры Рөстәм Әлибаев журналистарҙы ҡаршы алып, буласаҡ музейҙың архитектура концепцияһы менән таныштырҙы. Күсмә цивилизациялар музейы биналары комплексы ошо төбәктең ландшафтына тап килергә һәм төп объект – Турахан кәшәнәһенең әһәмиәтен сағылдырырға тейеш, тип билдәләне. Музей эргәһендә визит-үҙәк, “оҫталар ҡалаһы”, ипподром менән ат спорты үҙәге, ҡымыҙ йорто, шулай уҡ дөйөм туҡланыу ойошмалары, туристик-рекреация объекттары урынлашасаҡ. – Музей комплексын эшләүгә тотонор алдынан бик күп сит ил музейҙарында булдыҡ, өйрәндек. Азербайжан, Әрмәнстан, Ҡытай, Ҡаҙағстанда булдыҡ. Айырыуса Норвегиялағы музейҙар оҡшаны, сөнки тәбиғәт шарттары бер аҙ оҡшаш. Уларҙа ла ҡыш һыуыҡ һәм оҙайлы. Монголияға барып сығырға ниәтләйбеҙ. Был музейҙарҙа күрһәтелгән иң уңышлы алымдар беҙҙең ерлеккә тап киләме? Тап килһә, ҡайһыларын ҡулланырға мөмкин? Һәр идея иләктән үткәрелеп, оҙаҡ уйланғандан һуң ғына тормошҡа ашырыла. Музейҙың төп идеяһы – ул экологик булырға тейеш. Музейҙың эсен биҙәү тәбиғи материалдар менән башҡарыласаҡ, – тине Рөстәм Әлибаев. Яңы музей “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни комплексы кеүек үк халыҡ өсөн ҡыҙыҡлы, аңлайышлы һәм иҫ китмәле бай йөкмәткеле буласаҡ, тип белдерҙе Башҡортостандың Мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса фәнни-производство үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин. Ул музей проектын фәнни яҡтан нигеҙләп һөйләне, Өфө, Шишмә һәм Салауат райондарындағы археологик тикшеренеүҙәр барышы менән таныштырҙы. Табылған артефакттар хәҙерге Башҡортостан биләмәһенең Алтын Урҙа осорондағы күсмә халыҡтар үҫешендә әһәмиәтле булғанын раҫлай, тине ул. Концепцияға ярашлы, музей дүрт залдан торасаҡ, уларҙың экспозициялары күсмә цивилизациялар үҫешенең хронологик осорона тап килтереләсәк. Бынан тыш, ғилми-тикшеренеү эштәре өсөн ҙур майҙансыҡ булдырыу мөһим. – Проекттың идеяһы – был биләмәлә бар йүнәлештәрҙе йыйыу. Ә асыҡ майҙанда бер нисә мең тамашасыны һыйҙырырлыҡ амфитеатр булырға тейеш. Был урынға туристик йәһәттән ҡыҙыҡһыныу артыуын күрәбеҙ. Шуға күрә проект бер ике-өс йылға ғына тәғәйенләнмәгән. Бәлки биш-алты йыл дауам итер, – тине Данир Ғәйнуллин. Кем булған ул Хөсәйенбәк? Хөсәйенбәккә килгәндә, белгестәр уның Джучидтар империяһы үҙәгенән Башҡортостанға ебәрелгән түрәләр төркөмөнә ҡарауын фаразлай. Хөсәйенбәктең шулай уҡ дини дәрәжәгә эйә булыуы уның сәйәси әһәмиәтен арттырҙы. Бөгөн йөҙәрләгән йыл элек йәшәгән был тарихи шәхес тураһында яҙма дәлилдәр археология, антропология мәғлүмәттәре менән раҫлана. Беҙ уның ҡиәфәтен асыҡлай, нимә менән шөғөлләнгәнен белә алабыҙ. Уның төбәк халыҡтары яҙмышында ниндәй эҙ ҡалдырғаны ла асыҡлана. Турахан кәшәнәһен кем хөрмәтенә төҙөгәндәр? Көньяҡ Уралдың һәм башҡорттарҙың тарихында уның роле ниндәй булған? Асыҡланыуынса, ғалимдарыбыҙҙың Ҡаҙағстанда һәм Үзбәкстандағы һуңғы фәнни экспедициялары барышында “түрә” термины батшалыҡ итмәгән хан улдарын аңлатҡан. Шул уҡ ваҡытта ул хан власына ла хоҡуҡлы удел власын аңлатҡан. Шул рәүешле беҙ Алтын Урҙа составына ингән Башҡортостан менән хан наместнигы – Түрә-хан идара иткән тип фекер йөрөтөргә була. Ә Турахан мавзолейы Алтын Урҙа дәүләтендә юғары статус биләгән кешенең ҡәбере өҫтөнә ҡуйылған. Был мәғлүмәттәр урта быуаттар осорондағы күсмә цивилизацияның административ үҙәктәренең береһенең нәҡ ошонда, хәҙерге Башҡортостан биләмәһендә урынлашыуына шик ҡалдырмай. Төҙөлөш тағы биш йыл тирәһе барасаҡ Июль башында был биләмәлә визит үҙәге эш башлаясаҡ. Әммә төҙөлөш эштәре әле йәнләнә генә. Шуныһын билдәләп үтке килә, музейға инеү тулыһынса бушлай буласаҡ. Илле урынлыҡ машиналар ҡуйыу урынында автомобилде ҡалдырып, артабан үтеү, тәбиғи ағастарҙан һалынған һуҡмаҡтарҙан атлап, кәшәнәгә күтәрелеү онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдыра. Әлеге мәлдә йыл дауамында кәшәнәне күреү өсөн яҡынса ете мең турист килә. Ә уңайлыҡтар булдырылғандан һуң, был һандың нисә тапҡырға артасағын күҙаллауы ла ауыр. Визит үҙәгенең эштәре әлеге мәлгә 70 процентҡа атҡарылған. Тағы ике аҙна эсендә атҡараһы эштәр байтаҡ. Артабан планлаштырылған мөһим эштәрҙең береһе – Башҡорт аты үҙәгенә нигеҙ һалыу. Туризмды үҫтереү үҙәге етәксеһе урынбаҫары Артур Иҙелбаев билдәләүенсә, быйыл һөнәрмәндәр ауылы төҙөлөп бөтөргә тейеш. – Комплекс ат спорты уйындары өсөн стадионды, 120 ат тотоу өсөн һарай, йыртҡыс ҡоштар үҙәге, һыбай йөрөү майҙансыҡтары, тарихи парк, ял итеү зонаһы һәм башҡаһын берләштерәсәк. Стадион биш мең кешене һыйҙырасаҡ һәм халыҡ-ара ярыштар үткәреү мөмкинлеге бирәсәк, – тине Артур Иҙелбаев.Динар Кәлимуллин фотолары.