19 июндә “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) “Һәр баланың уңышы” төбәк проектын һәм “Башҡортостан Республикаһында мәғарифты үҫтереү” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Стәрлетамаҡ районының “Башаҡ” балалар һауыҡтырыу лагерында техник ижад буйынса “Технокемп” республика профилле сменаһы эш башланы. Белеүебеҙсә, милли проекттар ил Президенты В.В. Путиндың май указдарына ярашлы ғәмәлгә ашырылып килә. Профилле смена 19-25 июндә уҙа. Бында Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Белорет, Мәләүез, Благовещен ҡалалары уҡыусылары, шулай уҡ Бөрйән, Шишмә, Тәтешле, Салауат, Әбйәлил райондарынан ағымдағы уҡыу йылында республика һәм бөтә Рәсәй техник йүнәлештәге сараларында еңеүселәр, призерҙар һәм әүҙем ҡатнашыусылар йыйылды. Лагерҙа балаларҙың һәр көнө ҡыҙыҡлы, файҙалы итеп уйланылған, улар «Йәйге лагерь яҡтыһы» инженер кейсын әҙерләне. Бәйгеселәр үҙ проекттары менән таныштырып, уны смена аҙағында эксперттар алдында яҡланы. Бер аҙна дауамында балалар командала эшләргә,
“Технокемп” техник ижад менән шөғөлләнгән балаларҙы йыйҙы
25 июня 202425 июн 2024
1 мин