Найти тему
Башҡортостан гәзите

Гәзитебеҙҙең дипломы менән бүләкләнде

Сәнғәт күгендәге таланттарыбыҙҙың һәр береһе үҙенсә балҡый. Бөгөн һүҙебеҙ Ишембай ҡала мәҙәниәт һарайының Сәрүәр Һайранова исемендәге башҡорт халыҡ театры режиссеры, ҡала, район, республика кимәлендә уҙғарылған төрлө сараларҙы алып барыусы Розалия Әхмәтйәнова тураһында. Был да юҡҡа ғына түгел, күптән түгел Бөтә донъя театр көнө айҡанлы социаль селтәрҙә гәзитебеҙҙең “Бәйләнештә” төркөмөндә уҙғарылған “Халыҡ таланттары” конкурсында ул икенсе урынға лайыҡ булғайны. Ошо көндәрҙә Ишембайға эш сәфәре барышында Розалия Әхмәтйәноваға редакцияның дипломын тапшырҙыҡ. Сәхнәгә һөйөү ҡайҙан килә? Розалия бала сағында ниндәй булған? Әңгәмәсебеҙгә беренсе сиратта ошо һорауҙарҙы бирҙек. – Үрге Әрмет ауылы ҡыҙымын. Йыр-моңло ғаиләлә үҫтем. Атайым баянда уйнай, әсәйем йырлай, өләсәйем Шамсихаят Сөләймәнова районыбыҙға танылған бик оҫта шиғыр һөйләүсе, спектаклдәрҙә лә ҡатнаша ине. Балалар баҡсаһында йөрөгәндә үк Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Түрйән бабай Вәлитов йырлата ла, бейетә лә ине. Мәктәптәге сараларҙың да һәр ваҡыт уртаһында булдым. Ғаиләлә төпсөк ҡыҙ булғанғамы, бик шуҡ, йор һүҙле инем. Ике ағайым араһында иркәләнеп үҫтем, улар мине ҡурсалап ҡына йөрөттө. Атай-әсәй таңдан, ҡараңғы төшкәнгә ҡәҙәр эштә булды. Өләсәйҙәребеҙҙе “әнкәй” тип йөрөттөк. Атайымдың әсәһе барлыҡ эшкә өйрәтте, әсәйемдеке иман байлығын бирҙе. Икеһе лә беҙҙә тыйнаҡлыҡ, миһырбанлылыҡ сифаттарын тәрбиәләп үҫтерҙе, – тип башланы әңгәмәбеҙҙе Розалия. Мәктәптә тик яҡшы билдәләргә өлгәшкән ҡыҙ, тәүҙә Республика мәҙәниәт техникумында уҡып, режиссер һөнәрен үҙләштерә, унан һуң Силәбе мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһын тамамлай. Сәнғәт өлкәһендә хеҙмәт итеүенә лә 23 йыл булып киткән. Розалия Әхмәтйәнова Ишембай ҡала мәҙәниәт һарайында Сәрүәр Һайранова исемендәге башҡорт халыҡ театрына 19 йыл инде етәкселек итә. Был осорҙа коллектив менән байтаҡ уңыш яулағандар. Бынан тыш, ул алып барыусы булараҡ та танылған. Йәш быуын менән эшләргә лә өлгөрә, ҡаланың 14 се мәктәбендә музыка етәксеһе булып та балалар менән эшләй. – Һәр саҡ хеҙмәтемә яуаплылыҡ менән ҡарайым. Һәр ғәмәлде энәһенән-ебенә тиклем күңелемдән үткәрәм. Сәнғәттә бөтә уйың менән мөкиббән эшләүең мөһим. Туҡтауһыҙ эҙләнеү, яңы алымдар ҡулланыу, кеше менән яҡшы мөғәмәләлә булыу, уртаҡ тел табыу – барыһы ла уңышҡа юл аса, – ти Розалия. Эшендә генә түгел, ғаиләһендә лә бәхетле конкурсантыбыҙ. Яратҡан тормош иптәше, һөйөклө әсәй ҙә ул. -Кеше бер ғәмәлде өҫтөн ҡуйып, икенсеһен ситкә күсерергә тейеш түгел. Барыһын да бер ыңғай алып барырға кәрәк. Эшем дә, ғаиләм дә үҙ урынында. Тормош иптәшем менән өс йылға яҡын дуҫлашып йөрөгәндән һуң өйләнештек. Ғаиләбеҙҙә ике улыбыҙ бар. Оло улыбыҙ Азамат – Өфө дәүләт авиация техник университеты студенты, эшләп тә йөрөй, кесеһе Динислам ҡаланың 2-се башҡорт гимназия-интернатында беренсе класты тамамлаған.Сәнғәт эше, ысынлап та, бар уйыңды, булмышыңды биләй. Һин ошо уй менән өйгә ҡайтаһың. Ғаиләңдә кәңәшләшәһең. Тик ярҙам ҡулы һуҙып торған яҡын кешеләрең булғанда ғына, эшең алға бара. Ғаилә – кешенең ышаныслы тылы, – тине әңгәмәсем. Артабан да сәхнәнән, мәҙәниәт донъяһынан күңеленә илһам алып эшләргә яҙһын Розалия Әхмәтйәноваға. Розалия Әхмәтйәнова фотоһы.