Найти тему
Башҡортостан гәзите

Йәш быуынды кешелектән сығарыусы ағыу

Республикала наркотиктар ҡулланыуҙы иҫкәртеү аҙнаһы башланды. Бөтә наркотиктар баш мейеһендә барған химик процестарҙа ҡатнаша, уларҙы үҙгәртә һәм бәйлелек үҫеүенә килтерә. Кеше даими рәүештә психоактив матдәләр ҡулланырға мәжбүр. Наркомания –психактив матдәгә тыйып торғоһоҙ ынтылыш булыуы. Наркомания үҫешенең төп билдәһе: наркотикка күнегеү, дозаны һәм уны ҡулланыу йышлығын арттырыу кәрәклеге, наркотикка бәйлелек тыуыуы – сираттағы доза булмағанда “ломка” башланыуы. Алкоголь һәм тәмәке шулай уҡ психоактив матдәләргә ҡарай, әммә юридик яҡтан наркотик булып иҫәпләнмәй. Бөтә психоактив матдәләр – ағыу, мейенең күҙәнәктәре һәләк булыуы арҡаһында наркомандың фекерләүе боҙола, интеллекты түбәнәйә, хәтере насарлана. Наркотиктар психиканы үҙгәртә, хәрәкәт боҙола, хис-тойғолар ярлылана. Организмдағы бөтә ағыуҙар бауыр тарафынан зарарһыҙландырыла, наркотиктар уның күҙәнәктәрен һәләк итә һәм циррозға килтерә. Бынан тыш, дөйөм энәләрҙән файҙаланыу һәм гигиена ҡағиҙәләрен үтәмәү арҡаһында наркомандар йыш ҡына бер-береһенә В һәм С гепатиттарын, сифилис һәм ВИЧ-инфекцияһын йоҡтора. Наркомандарҙың күпселеген йәштәр тәшкил итә. Наркотиктар һатып алыу теләге уларҙы енәйәт юлына баҫтыра. Ағыулы матдәне ҡулланыу арҡаһында кеше тиҙ һәләк була һәм йәштәр араһындағы үлем кимәлен арттырыуға килтерә. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.