Башҡортостан журналистары махсус хәрби операция биләмәһендә ил именлеген яҡлаған яҡташтарҙың хәл-әхүәлен, көнкүреш шарттарын белешеү, улар менән яҡындан танышып аралашыу, мәҡәләләр эшләү маҡсатында даими рәүештә командировкаға барып тора. Бындай осрашыуҙар яҡташ яугирҙәрҙең рухын күтәреүгә лә булышлыҡ итә. Әлеге көндә “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире, БР Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов, танылған яҙыусы, "Ағиҙел" журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин һәм билдәле блогер Илдар Юлдыбаев МХО биләмәһендә эшләй. Башҡортостандың күп милләтле халҡы ла, республика етәкселеге лә махсус хәрби операция яугирҙәре тураһында даими хәстәрлек күрә. Командировкаға юлланған журналистар ҙа алыҫ сәфәргә буш ҡул менән сыҡманы. – “Башҡортостан” полкы егеттәренә маскировкалау селтәрҙәре, ҡоро душтар, башҡа төрлө күстәнәстәр алып килдек. Уларҙы Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районы ирекмәндәре әҙерләп ебәрҙе. Шулай уҡ коллегабыҙ – “Ашҡаҙар” гәзитенең баш мөхәррире, “Башҡортостан” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе Рәмил Мансуров ебәргән шифалы балды, Баймаҡ эшҡыуары Зөлфирә Әминева ҡыҙы Гөлдәр Ишҡыуатова менән бергә әҙерләп ебәргән тәмле ҡороттарҙы ла тапшырҙыҡ, - ти Вәдүт Ғәйфулла улы. Яҡташтарҙың йөрәк йылыһын ҡушып әҙерләгән күстәнәстәрен егеттәр ихлас ҡабул иткән һәм оло рәхмәт белдереп, тыуған яҡтарына, яҡындарына ҡайнар, һағынышлы сәләмдәрен еткергән (видеояҙманы ҡарағыҙ). Журналистар 22 июндә – Хәтер һәм ҡайғы көнөндә "Саур-Ҡәбер" мемориаль комплексында булған. Был комплекс 1943 йылда Совет армияһы тарафынан Донбассты азат итеү хөрмәтенә асыла. 2014 йылда Украина ҡораллы көстәре менән бәрелештәр барышында ул ныҡ ҡына зыян күрә. Илебеҙ етәкселегенең тырышлығы менән емерелгән комплекс тулыһынса тергеҙелеп, 2022 йылдың сентябрендә яңынан асылды. – Тап Хәтер һәм ҡайғы көнөндә, ошонда булыу тыныслыҡтың ни тиклем мөһим ҡиммәт булыуын нығыраҡ аңларға булышлыҡ иткәндәй, – ти Башҡортостан журналистары. Батыр яугирҙәребеҙ тураһында "Башҡортостан" гәзите биттәрендә мәҡәләләр баҫыласаҡ. Яңы юлъяҙмалар нигеҙендә Мөнир Ҡунафин яңы китап яҙырға ла ниәтләй. Вәдүт Исхаҡов фотолары.