Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Экстремизмға ҡаршы берләшәйек

Рәсәйҙең Юғары мөфтөйө, мосолмандарҙың Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин ватандаштарын экстремизмға һәм халыҡ-ара терроризмға ҡаршы көрәштә көстәрҙе берләштерергә саҡырҙы, тиелә Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты президиумы белдереүендә. “Мосолмандарҙың үҙәк диниә назараты йәкшәмбе, 23 июндә, Дағстанда булған сираттағы аҡылһыҙлыҡ һәм ҡатылыҡ актына асыуын белдерә. Террор юлына аяҡ баҫҡан һәм сит ил кешеләре тарафынан ҡотҡоға дусар булған бөтә йүнәлештәге экстремистар һәм бандиттар йәмғиәтебеҙҙең аңына ҡанлы яралар һалыуын дауам итә һәм был яралар уңалып китмәһен өсөн барыһын да эшләргә тырыша. Бөтә ватандаштарыбыҙҙы бөйөк Ватаныбыҙ - Рәсәй киңлектәрендә тыныслыҡты һәм тотороҡлоҡто боҙорға маташыусы экстремизмға һәм халыҡ-ара терроризмға ҡаршы көрәштә көстәребеҙҙе тағы ла нығыраҡ берләштерергә саҡырабыҙ”, – тиелә белдереүҙә. Рәсәйҙең Юғары мөфтөйө билдәләүенсә, ялланма вәхшиҙәрҙең тупаҫ енәйәттәренең маҡсаты – Рәсәй Федерацияһында милләт-ара һәм дини-ара низағ ҡуҙғатыу. “Шатлыҡ-ҡыуаныстарҙы һәм ҡайғы-хәсрәттәрҙе бергә уртаҡлашып, ситтәр һөжүменән яҡлап ата-бабаларыбыҙ бөйөк Ватаныбыҙҙы һаҡлап ҡалған, Тыуған илебеҙҙе тыныслыҡта һәм татыулыҡта яратырға һәм һаҡларға, Барлыҡҡа килтереүсегә рәхмәтле булырға, Аллаһты данларға һәм кешеләрсә йәшәргә васыят иткән. Ватаныбыҙ – бөйөк Рәсәй берәү һәм берҙәм, һәм ул беҙҙең барыбыҙ өсөн дә изге. Быуаттар буйына Аллаһы Тәғәләнең беҙҙе – ике йөҙгә яҡын халыҡты һәм Тыуған илебеҙҙәге традицион конфессияларға эйәреүселәрҙе берләштерҙе”, - тип билдәләнә документта. Фото: "Башинформ".