Был хаҡта Өфөнән Руслан Кәримов тигән егет хәбәр итте. Йома көндө бер төркөм йәштәр - биш кеше - 130 биш литрлыҡ һыу шешәһенән һал эшләп ала ла Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендәге борам кисеүенән йылға буйлап ағып төшөп китә. 40 минут тирәһе йөҙгәндән һуң, һыуҙа бер ирҙең "Ярҙам итегеҙ!" тип ҡысҡырғанын ишетәләр. "Ул беҙҙән 20-30 метр тирәһе алыҫлыҡта ине. Беҙ уға табан ишә башланыҡ", - тип яҙа Руслан. Был хәл Тужиловка ауылы тапҡырында була. Был ир бер ярҙан икенсеһенә йөҙөп сыҡмаҡсы була. Әммә ағым көслө була һәм уның хәле бөтә башлай. Ярай әле юлында сәйер һалдағы йәштәр осрай. Ир уларҙың һалына йәбешеп ярға сыға, үлемдән ҡотола. Афарин, егеттәр-ҡыҙҙар! Һеҙ бер ғүмерҙе ҡотҡарҙығыҙ. Фото һәм сығанаҡ: https://vk.com/ruslankarimov7