Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Яугир әсәһе күңел йыуатыр шөғөл тапҡан

– Баймаҡта ротангтан гөл һауыттары үреү буйынса оҫталыҡ дәресе үтә, тигән иғланды күргәс, бала сағым иҫкә төштө. Атайым колхозда ат ҡараусы булды, әсәйем бейә һауҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, икеһе лә арабыҙҙан иртә китте. Йәйләүгә сыҡҡан саҡтарында атайым, күп итеп йәш муйыл ағасын ҡырҡып, ат арбаһы төбөнә һалыр өсөн күреп үрә торғайны. Сыбыртҡы үрергә лә оҫта булды. Шул шөғөлдәрен өйрәнеп ҡалмауым үкендерә ине, – ти Гөлфиә Рәис ҡыҙы. Оҫтабикә бер дәрес үтеүҙән үк яңы шөғөлдөң нескәлектәренә төшөнә, хатта үҙе схемалар уйлап сығара башлай. Ә һауыттар үргән саҡта тилбер бармаҡтарына күҙ эйәрмәй! "Ҡан хәтере" тигәндәре ошо була, күрәһең. Гөлфиә Рәис ҡыҙы 30 йылдан ашыу технология уҡытыусыһы булып эшләй. Ире – урман хужалығы участковыйы Сәйғәфәр Ғәйфулла улы менән өс бала үҫтергәндәр. Өлкән улдары Рәзиф үҙе күптән инде атай булған, уртансылары Ғәлинур ҙа хәрби операция башланыр алдынан ғаилә ҡороп өлгөргән. Кинйә ҡыҙҙары Гөлназ юғары уҡыу йортонда социаль хеҙмәт өлкәһе буйынса белем ала. Йыл ярым

– Баймаҡта ротангтан гөл һауыттары үреү буйынса оҫталыҡ дәресе үтә, тигән иғланды күргәс, бала сағым иҫкә төштө. Атайым колхозда ат ҡараусы булды, әсәйем бейә һауҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, икеһе лә арабыҙҙан иртә китте. Йәйләүгә сыҡҡан саҡтарында атайым, күп итеп йәш муйыл ағасын ҡырҡып, ат арбаһы төбөнә һалыр өсөн күреп үрә торғайны. Сыбыртҡы үрергә лә оҫта булды. Шул шөғөлдәрен өйрәнеп ҡалмауым үкендерә ине, – ти Гөлфиә Рәис ҡыҙы. Оҫтабикә бер дәрес үтеүҙән үк яңы шөғөлдөң нескәлектәренә төшөнә, хатта үҙе схемалар уйлап сығара башлай. Ә һауыттар үргән саҡта тилбер бармаҡтарына күҙ эйәрмәй! "Ҡан хәтере" тигәндәре ошо була, күрәһең. Гөлфиә Рәис ҡыҙы 30 йылдан ашыу технология уҡытыусыһы булып эшләй. Ире – урман хужалығы участковыйы Сәйғәфәр Ғәйфулла улы менән өс бала үҫтергәндәр. Өлкән улдары Рәзиф үҙе күптән инде атай булған, уртансылары Ғәлинур ҙа хәрби операция башланыр алдынан ғаилә ҡороп өлгөргән. Кинйә ҡыҙҙары Гөлназ юғары уҡыу йортонда социаль хеҙмәт өлкәһе буйынса белем ала. Йыл ярым эсендә оҫтабикә ротангтан төрлө гөл һауыттары, кәрзиндәр, һандыҡтар үрергә өйрәнгән. Эштәре менән социаль селтәрҙә һәм күргәҙмәләрҙә таныштырып бара. – Ошо шөғөл төшөнкөлөккә бирелмәҫкә ярҙам итә. Буш ваҡытым булыу менән яратҡан йырҙарымды ҡуйып алам да үрергә ултырам, эстән генә теләктәремде теләйем. Шулай итеп үҙемде ыңғай уйҙарға көйләйем, – ти көслө рухлы яугир әсәһе. Фото: Гөлфиә Рәхимованың шәхси архивынан.