Әбйәлил районынан Рәхимә Мусина был юлы ҡаҡ эшләү серҙәре менән уртаҡлаша. "Эх, әрәм генә итеп серетә инде еләктәремде был ямғыр! Юҡ, барыбер зарланмайым. Ямғыр кәрәгерәк тәбиғәткә. Ун йыл буйы ҡоролоҡ булып, бер тамсыһына тилмереп ултырҙыҡ бит. Шулай ҙа, тымып торған арала, бер аҙ ҡыҙарған еләктәрҙе йыйып алып торорға тырышам. Һыу һеңдергәс, ҡояш нурында бешә алмағас, бик үк тәмле лә түгел үҙҙәре. Ярай, бары менән байрам!.. Яңылығым шул: еләккә грек сәтләүеге, миндаль, йөҙөм, кунжут, банан, алма ҡушып ҡойҙом. Бер ҡыҙғанда хатта сгущенка ҡушып та эшләп ҡараным.Алманы быға тиклем дә бөтә ҡаҡтарға ла ҡуша инем, шулай тәмлерәк була. Тик баҡсала алма өлгөрөүгә еләк бөткән була бит. Шуға быйыл магазин алмаһы ҡушып булһа ла тәүгә эшләп ҡараным. Алма ҡаҡты йомшағыраҡ, сәйнәмлерәк, татлыраҡ итә шул.Тәмлеме тип һорарһығыҙ. Миңә, сәтләүектәрҙең ниндәйен булһа ла үлеп яратҡан кешегә, тәмле, әлбиттә. Тик нығыраҡ онтарға, йөҙөмдө лә ваҡлап турарға кәрәк булған тип уйланым.Банан ҡағы оҡшап етмәне: м