Йорт эйәһе өй хужаһы, йорт хужаһы тигән атамалар менән дә йөрөй. Башҡорт мифологияһында өй эйәһе кеше ҡиәфәтендәге рух. Ул кешегә зыян килтермәй, киреһенсә ярҙам итә. Мәҫәлән: Илеш районы һеңрән ауылынан Фәтхетдинова Факия инәй һөйләүе буйынса, өй эйәһе сахар ваҡытында йоҡлап китһә уны уятҡан булған. Стәрлебаш районы Ибраҡай ауылынан Мырҙаһитова Бибиямал апай: «Һәр кемдең төпләнеп торған йортонда була ул эйә. Мине гел: «Һыйырың быҙаулай, Бибиямал», - тип уята торғайны. Бер быҙау, бер бәрәс туңдырманым өй эйәһе арҡаһында. Ул мине бер ваҡыт та ҡурҡытманы ярҙам ғына итте» - тип һөйләй. Йылайыр районынан Ғәлиәкбәрова Рауза өй эйәһенең ауыл эргәһендә туңа башлаған кеше булып: «Мине сығып алығыҙ», - тип ҡысҡырыуын ишеткән. А.Вәлиева өй эйәһе тураһында бына нимәләр яҙып ебәргән: «Өй эйәһе беҙгә гел яҡшылыҡ эшләгән. 1932 йылда атайымдың бөтә мөлкәтен тартып алғандар. Өйҙө колхоз фермаһына биргәндәр, ләкин унда бер кем дә тыныс йәшәмәгән: өй эйәһе төндәр буйы өй башында йөрөгән, бүрәнәләрҙе һел