24 июндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә “Акрос РБ” ауыл хужалығы предприятиеһын үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде. Ул агротехника һатыуҙа, хеҙмәтләндереүҙә һәм ремонтлауҙа махсуслаша. Предприятие директоры Артур Тимерғәлин “Акрос РБ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең 2014 йылда ойошторолоуы хаҡында хәбәр итте. Бөгөн уның коллективында 100-ҙән ашыу белгес эшләй. Һуңғы өс йылда ғына компания Башҡортостан аграрийҙарына 574 техника берәмеге һатҡан. 2020 йылда төбәктең инвестиция комитеты Өфө районындағы “Акрос РБ” предприятиеһы майҙанында ауыл хужалығы техникаһы өсөн агрегаттар һәм запас частар сығарыу буйынса 1,5 мең квадрат метр майҙанда етештереү цехын төҙөү проектын хупланы. 2021 йылда “АгроКомплекс” халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы технологик комплекстың эшенә старт бирҙе. Инвестиция проектының киләһе этабын – ремонт-сервис үҙәге төҙөлөшөн – 2024 йылда тамамлау күҙаллана. Был башланғыстарҙы т