Өфө фән һәм технологиялар университетында Шеньян инженер институты (ШИИ) делегацияһы менән осрашыу үтте. Вуз-ара кампус резидентының Шеньян инженер институты менән хеҙмәттәшлеге 2022 йылда башланған. Шулай ҙа Шеньян инженер институты урынлашҡан Ҡытай Халыҡ Республикаһының Ляонин провинцияһы вуздары менән хеҙмәттәшлек тарихы 1990 йылдар аҙағында уҡ башланған. Йәғни Башҡорт дәүләт университетының (хәҙер - Өфө фән һәм технологиялар университеты) тәүге партнерҙары Ляонин провинцияһының юғары уҡыу йорттары булған. Бөгөн Өфө фән һәм технологиялар университетының уҙаҡташтары - Ҡытайҙың 20 университеты. Төп белем биреү программалары буйынса әлеге ваҡытта Өфө университетында 19 ҡытай студенты уҡый. Ике йыл дауамында Шеньян инженер институтына лекциялар менән Өфө фән һәм технологиялар университетының 17 уҡытыусыһы юлланды. Шеньян делегацияһының яуап сәфәре - берлектәге эштең мөһим этабы, ул үҙ-ара эш итеүҙе яҡшыртыуға алып бара. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/24246/