Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Мәшғүллек үҙәктәре яңы төҫ ала

2024 йылда Башҡортостанда халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтен яңыртыуға 633 миллион һум йүнәлтелә, шуның 426 миллион һумы – федераль бюджеттан. Был хаҡта республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе. 2024 йылда Башҡортостан илдең 12 төбәге иҫәбендә халыҡ мәшғүллеге үҙәктәрен комплекслы модернизациялау проектына инде, уны “Демография” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашыралар. Республика селтәренең бөтә 69 офисы ла “Рәсәй эше” кадрҙар үҙәктәре форматында эшләйәсәк. Октябрь проспектындағы “Артерия” бизнес-үҙәге бинаһында урынлашасаҡ Халыҡ мәшғүллеге идара итеү үҙәге төп офис буласаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылдан Нефтекамала, Стәрлетамаҡта һәм Өфөнөң Орджоникидзе районында кадрҙар үҙәктәре пилот форматында яңыртылды. Офистарҙың бер өлөшө республиканың 10 муниципалитетында төҙөргә күҙаллаған модулле мәшғүллек үҙәктәрендә урынлашасаҡ. Сибайҙа һәм Дыуан районының Мәсәғүт ауылында ошондай тәүге офистар 2024 йылдың өсөнсө кварта

2024 йылда Башҡортостанда халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтен яңыртыуға 633 миллион һум йүнәлтелә, шуның 426 миллион һумы – федераль бюджеттан. Был хаҡта республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе. 2024 йылда Башҡортостан илдең 12 төбәге иҫәбендә халыҡ мәшғүллеге үҙәктәрен комплекслы модернизациялау проектына инде, уны “Демография” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашыралар. Республика селтәренең бөтә 69 офисы ла “Рәсәй эше” кадрҙар үҙәктәре форматында эшләйәсәк. Октябрь проспектындағы “Артерия” бизнес-үҙәге бинаһында урынлашасаҡ Халыҡ мәшғүллеге идара итеү үҙәге төп офис буласаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылдан Нефтекамала, Стәрлетамаҡта һәм Өфөнөң Орджоникидзе районында кадрҙар үҙәктәре пилот форматында яңыртылды. Офистарҙың бер өлөшө республиканың 10 муниципалитетында төҙөргә күҙаллаған модулле мәшғүллек үҙәктәрендә урынлашасаҡ. Сибайҙа һәм Дыуан районының Мәсәғүт ауылында ошондай тәүге офистар 2024 йылдың өсөнсө кварталында асыла. Бынан тыш, Ауырғазы, Баҡалы, Бишбүләк, Благовар, Бүздәк, Иглин, Мишкә һәм Туймазы райондарында модулле мәшғүллек үҙәктәре барлыҡҡа киләсәк. Ленара Иванова билдәләүенсә, яңыртылған кадрҙар үҙәктәре һанлы сервистарҙы әүҙем файҙаланасаҡ. Был “Минең документтарым” һәм “Минең бизнес” үҙәктәре менән хеҙмәттәшлектә берҙәм тәҙрә режимында тормош һәм бизнес-хәлдәр буйынса хеҙмәттәр күрһәтергә мөмкинлек бирә. Үҙ сығышын тамамлап, республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры 28 июндә бөтә Рәсәй эшкә урынлаштырыу йәрминкәһенең федераль этабындағы барлыҡ муниципалитеттарҙа “ПрофФест. Рәсәй эше. Мөмкинлектәр ваҡыты” үтәсәген билдәләне. Өфөлә сара “Торатау” конгресс-холында ойошторола. Саҡырылған ҡунаҡтар иҫәбендә – Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Антон Котяков, Дәүләт Думаһы депутаттары Михаил Киселёв һәм Эльвира Айытҡолова. Башҡортостан Башлығы кадрҙар үҙәктәрен комплекслы яңыртыуҙың мөһимлеген билдәләне. Ул Стәрлетамаҡтағы Көньяҡ-Көнсығыш район-ара халыҡ мәшғүллеге үҙәген миҫалға килтерҙе. Үҙәк 2020 йылда яңыртылды. – Асылда, мәшғүллек хеҙмәтенең тышҡы йөҙө һәм йөкмәткеһе тулыһынса үҙгәрә, – тине Радий Хәбиров. – Әгәр бөтә үҙәктәрҙе лә Стәрлетамаҡтағы кеүек итеп эшләһәк, бик яҡшы буласаҡ. Етмәһә, тейешенсә финанслау булғанда. Төбәк етәксеһе Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенә “ПрофФест. Рәсәй эше. Мөмкинлектәр ваҡыты” Бөтә Рәсәй эшкә урынлаштырыу йәрминкәһенең федераль этабын иғлан итеүҙә һәм яҡтыртыуҙа мәғлүмәти ярҙам күрһәтергә ҡушты. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.