Башҡортостанда “Бизнес-спринт (Мин спортты һайлайым)” федераль проекты сиктәрендә алты ҙур спорт объекты төҙөлә. Был хаҡта республиканың спорт министры Руслан Хәбибов аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында белдерҙе. 2022 йылдан тормошҡа ашырылған “Бизнес-спринт” проекты концессия килешеүҙәре нигеҙендә дәүләт-шәхси партнерлыҡ сиктәрендә күмәк спорт инфраструктураһы объекттарын булдырыуҙы берлектә финанслауға федераль ҡаҙнанан субсидиялар биреүҙе күҙ уңында тота. Башҡортостанда “Бизнес-спринт” программаһы буйынса Өфөлә “Бал” универсаль спорт комплексы, Нефтекамала “Амфибия” спорт үҙәге, Октябрьскийҙа йөҙөү бассейны һәм Стәрлетамаҡта “Алға” физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлә. Ике объект сафҡа индерелгән дә инде – улар Өфөлә “Физра-Д” һәм “Физра-Р” физкультура-сәләмәтләндереү комплекстары. Был комплекстар төҙөлөшөнөң дөйөм хаҡы 3 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә, шуның 1,4 миллиард һумы – инвесторҙар средстволары, 1,4 миллиард һумын федераль бюджет бүлә, 200,2 миллион һумы – Башҡортостан б