29 июндә Башҡортостанда Йәштәр көнө үткәрелә. Ошоға бәйле республикала алкоголле эсемлектәрҙе берәмләп һатыу тыйыла. Был хаҡта Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев хәбәр итте. – “Башҡортостан Республикаһында этил спирт, алкоголле һәм спирттан торған продукцияны етештереү һәм әйләнеш өлкәһендә эшмәкәрлекте көйләү тураһында”ғы законға ярашлы, Йәштәр көнөндә алкоголле продукцияны берәмләп һатыу тыйыла. 2022 йылға тиклем был байрам 27 июндә билдәләнә ине. Әммә Рәсәй Президенты Владимир Путин уны үҙгәртергә ҡушты. Хәҙер Рәсәйҙә Йәштәр көнө йәйҙең беренсе айының һуңғы шәмбеһендә үткәрелә, - тип хәбәр итте Константин Борисович. – Был тыйыу дөйөм туҡланыу предприятиеларына – ресторандарға һәм кафеларға – ҡағылмай. Улар эш режимын ғәҙәттәгесә дауам итә. Республика ҡануниәте тарафынан билдәләнгән киләһе алкоголһеҙ шәмбе Белем көнөндә була. Ул быйыл 2 сентябрҙә үткәрелә. БЕЛЕШМӘ: Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Башҡорто