Найти тему
Башҡортостан гәзите

Маҡсатлы уҡытыуға ҡағылышлы яңылыҡтар бар

Рәсәй Мәғариф министрлығы һәм Рәсәй Фән һәм юғары белем министрлығы маҡсатлы уҡытыу алымына ҡағылышлы үҙгәрештәр индерелеүе тураһында хәбәр итә. Был яңылыҡ 2023 йылдың 14 апрелендә ҡабул ителгән “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында”ғы федераль законға үҙгәрештәр индереү хаҡында” Федераль закондың һәм РФ Хөкүмәтенең 2024 йылдың 27 апрелендәге “Урта һөнәри һәм юғары белем биреү программалары буйынса маҡсатлы уҡытыу тураһында” ҡарарының ғәмәлгә инеүенә бәйле. Юғары белем биреү программаларына ҡағылышлы мәғлүмәт Рәсәй Фән һәм юғары белем министрлығының рәсми сайтындағы “Эшмәкәрлек” бүлегенең “Маҡсатлы белем биреү” бүлексәһендә урынлаштырылған. Танышыу өсөн һылтанма: https://minobrnauki.gov.ru/action/targeted_training/ Бында эш биреүселәр, белем биреү ойошмалары, абитуриенттар, уҡыусылар һәм башҡа ҡыҙыҡһыныусылар үҙҙәренә кәрәкле мәғлүмәтте таба ала. Бүлеккә вебинарҙарҙың яҙмалары, күргәҙмә материалдар, методик тәҡдимдәр һәм министрлыҡтың ошо эшмәкәрлеккә ҡағылышлы рәсми хаттары ла тупланған. Урта һөнәри белем биреүгә ҡағылышлы мәғлүмәт менән Рәсәй Мәғариф министрлығы ҡарамағындағы Һөнәри белем биреүҙе үҫтереү институты сайтындағы “Маҡсатлы уҡытыу” тигән бүлектә танышырға мөмкин. Һылтанма: https://de.firpo.ru/o/mp/CO/?ysclid=lx94lm33bt764493497. Был бүлеккә тупланған материалдар колледж студенттарына тәғәйенләнгән. Маҡсатлы уҡытыуҙың яңы механизмына ярашлы ниндәй яңылыҡтар тураһында һүҙ бара? Мәҫәлән: - заказсылар маҡсатлы уҡытыу тураһында килешеү төҙөүгә ҡағылышлы тәҡдимдәрҙе асыҡ ресурстарҙа баҫтырып сығара; - уҡырға инеүсе граждан менән маҡсатлы уҡытыу тураһында килешеү уҡырға ингәндән һуң төҙөлә; - маҡсатлы белем биреү тураһында килешеү төҙөргә әҙерләнгәндә һәм төҙөгәндә мәшғүллек һәм хеҙмәт мөнәсәбәттәре өлкәһендә “Рәсәйҙә эш” берҙәм һанлы платформаһы файҙаланыла; - граждан маҡсатлы уҡытыу тураһында килешеүҙе бер заказсы менән генә төҙөргә хоҡуҡлы; - заказсы граждандың өлгәшеүенә талаптар ҡуя ала. Башҡа төрлө яңылыҡтар менән үрҙә күрһәтелгән һылтанмалар аша таныша алаһығыҙ. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.