Алдараҡ хәбәр итеүебеҙсә, күптән түгел Башҡортостан Башлығы һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһынан кандидат Радий Хәбиров “Ведомости” гәзите журналисына ҙур интервью бирҙе. Унда ул Башҡортостандың киләсәген нисек күреүе тураһында хәбәр итте һәм идара итеү командаһының пландары менән уртаҡлашты. “Башкирский гамбит” телеграм-каналы был интервьюға сәйәси күҙәтеү яһаны. Кисә уның тәүге өлөшөн баҫтырғайныҡ, бөгөн һеҙҙең иғтибарға дауамын тәҡдим итмәксебеҙ. Был Радий Фәрит улының ошо баҫмаға биргән өсөнсө интервьюһы. Тәүге һайлау алды интервьюһы 2018 йылда, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы булғанда, икенсеһе, 2023 йылда республика парламентына һайлау кампанияһы алдынан бирелде. “Ведомости” гәзитенә бирелгән тәүге ике һәм быйылғы – 2024 йылда биргән интервьюлар араһында Хәбиров өсөн көнүҙәклеген юғалтмаған темалар түбәндәгеләр: Кешеләрҙең тормошон яҡшыртыу теләге. Башҡортостандың инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәһен арттырыу. Илдең дәүләт оборона заказын тәьмин итеүҙә төбәктең ролен һаҡлау. Уның ”Берҙәм Рәсәй” партияһына өҫтөнлөк биреүе. Махсус хәрби операцияға булышлыҡ итеү (яңыһынан). Тәүге интервью темаһы (иң күп темалар унда, шәхси һорауҙар ҙа бар) Радий Хәбировтың “Ведомости”ға тәүге интервьюһында Make Bashkiriya Great Again лозунгы аҫтында республика халҡы өсөн нимәнелер яҡшыраҡ итеү фразаһы төп тема булды. Артабан, төбәк иҡтисадының һөҙөмтәлелеген күтәреүгә йүнәлеш, Хәбиров чиновниктарҙы әрләгән көслө Хөкүмәт кәңәшмәләре, губернаторҙарҙың туранан-тура тәғәйенләнеше һәм уларҙың һөҙөмтәлелегенең яңы федераль критерийҙары, асыҡ сәйәсәттә һәм идарасы бэкграундында уның шәхси тәжрибәһе тураһында һорауҙарға яуап бирҙе. Шулай уҡ Кремлдең эске сәйәси идаралығы начальнигы урынбаҫары эшенән алып Мәскәү өлкәһенең Красногорск мэрына һәм республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы сифатында Башҡортостанға ҡайтыуға тиклем һөйләне. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы ул саҡта Башҡортостанда “Инцидент-менеджмент” пилот системаһын индереү пландарын билдәләне, чиновниктарҙың социаль селтәрҙәр менән файҙаланыу этикаһы тураһында иҫкә төшөрҙө, республикаға яңынан донор төбәк булыуға йүнәлеш алырға һәм күрһәткестәр буйынса Мәскәү өлкәһенә тигеҙләшергә теләүен белдерҙе. Хәбиров журналистарға инвестициялар йәлеп итеүҙең берҙәм инфраструктураһын булдырыу, урындағы халыҡтың артыҡ кредитланған булыу мәсьәләһе, Башҡортостан биләмәһендә сүп-сар реформаһы барышы, Сибайҙағы экологик мәсьәләләр һәм Ҡуштауҙы эшкәртеү мәсьәләһенең ҡатмарлы темаһы, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты, “Башнефть” һәм Башҡортостан сода компанияһы менән диалог, республиканың беренсе президенты Мортаза Рәхимов менән үҙ-ара мөнәсәбәттәр һәм “Берҙәм Рәсәй”ҙә үҙенең ағза булыуы тураһында ла яуап бирҙе. 2023 йылғы интервью темалары (проблемалы мәсьәләләрҙең кәмеүе һәм төбәк көн тәртибен аныҡлау) Былтырғы икенсе интервью санкция баҫымын еңеп сығыу, Башҡортостан властарының Ҡуштауҙы эшкәртеү идеяһынан баш тартҡандан һуң “Башҡортостан сода компанияһы” менән эш итеүе, Ислам банкингы пилот проектын башлау, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлау мәсьәләләренә, Башҡортостанда оборона заказының мөһимлеге, пилотһыҙ осоу аппараттарын үҫтереү, сәнәғәт предприятиеларында эшсе ҡулдар етмәүе, МХО-ға Башҡортостан батальондарын оҙатыу, республика яғынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү һәм чиновниктарҙың үҙҙәренең махсус операцияла ҡатнашыуы тураһында һүҙ барҙы. Быйылғы интервьюла нимә тураһында һүҙ барыуы тураһында ошо һылтанма аша уҡығыҙ: https://bashgazet.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/2024-06-23/radiy-h-birov-haly-a-nind-y-signal-bir-3819577?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500 Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.