Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Һыуыта...

Эҫе лә, эҫе тип хәл бөтә ине, ниһайәт, көндәр һалҡынайта. Тик июнь аҙағы өсөн бигерәк һыуыҡ булмаҫмы? Хәйер, кешегә ярыуы бик ауыр... Шулай итеп, синоптиктар белдереүенсә, был аҙна һалҡын һәм ямғырлы булмаҡсы. Башгидрометүҙәк фаразы буйынса, 24 июндә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, урыны менән көслө йәшен, урыны менән ҡойма ямғыр, боҙ-борсаҡ көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 10, 15, көндөҙ 16, 21 градус йылы. 25 июндә һыуытыу дауам итә. Төндә республикала, көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен, урыны менән боҙ-борсаҡ яуа. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән елдең көсәйеүе мөмкин. Һауа температураһы төндә 8, 13, көндөҙ 15, 20 градус ҡына йылы. 26 июндә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Ел көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 6-11, көндөҙ 15, 20 градус йылы. Әлиә Хужәхмәтова фотоһы.