Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡаланан ялҡып китһәгеҙ...

Руслан Ситдиҡов – Кушнаренко районының хозур мөйөшөндә “Ҡаланан ҡасыу” глэмпингына нигеҙ һалыусы. Проект “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырылды. 2023 йылдың апрелендә ул Кушнаренко районы хакимиәтендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә тәбиғәттә ял базаһын булдырыу идеяһы менән таныштыра. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар проектты хуплай, профилле белгестәр электр энергияһын тоташтырыуҙа ярҙам күрһәтә, ә Иҫке Ҡамышлы ауыл советы депутаттары тиҙ генә рөхсәт ителгән ерҙең төрөн туристик хеҙмәтләндереүгә үҙгәртә. Бөгөнгә 1,6 гектар майҙанлы глэмпинг биләмәһендә биш уңайлы – дүрт ике урынлы һәм бер дүрт урынлы йорт урынлашҡан. Һәр йорт кәрәкле әйберҙәр: электр уты, һыу, санузел, йыһаздар һәм башҡалар менән йыһазландырылған. Верандала – мангал зонаһы һәм ҙур аш өҫтәле. Шулай уҡ ҡунаҡтар өсөн утын мунсаһы, джакузилы спа, бәүелсәктәр, велосипедта йөрөү, өҫтәл уйындары һәм кино ҡарау өсөн проекторҙар ҡаралған. Яҡты кистәр өсөн усаҡ зонаһы ла бар. Руслан Ситдиҡов проектҡа 13 миллион һумдан ашыу аҡса һалған. Тиҙҙән, 2024 йылдың көҙөнә бассейн төҙөргә һәм ала боландар үрсетергә ниәтләйҙәр. Эшҡыуар һөйләүенсә, тәбиғәт менән берҙәмлекте бала саҡта уҡ, атаһы менән һунарға һәм балыҡ тоторға барғанда тойған. Ул бөтә республиканы урап сыҡҡан, әммә Кушнаренко районындағы тап ылыҫлы урман уны әсир иткән. Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Кушнаренко районы хакимиәте.