Башҡортостан спортсылары “БРИКС илдәренең спорт уйындары” (БРИКС уйындары) халыҡ-ара мультиспорт сараһында Рәсәй милли командаһы составында 20 миҙал яуланы. Республика Башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә ошо хаҡта хәбәр итте. БРИКС уйындары 12 июндән 23-өнә тиклем Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанда уҙҙы. 90 илдән 5 меңдән ашыу спортсы 27 спорт төрөндә көс һынашты. Илдең йыйылма командаһына һигеҙ дисциплина буйынса Башҡортостандан 18 вәкил инде. Улар иҫәбендә - каратэ, бадминтон, байдаркала һәм каноэла ишеү, фехтование, билбау көрәше, спорт көрәше, көрәш, бокс. – Беҙҙең спортсылар бик яҡшы сығыш яһаны – 12 алтын, ете көмөш һәм бер бронза миҙал яуланы, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Әйҙәгеҙ, улар менән осрашайыҡ, барыһын да тикшерербеҙ. Бындай осрашыуҙар юғары ҡаҙаныштар спортын үҫтереүгә яҡшы импульс бирә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров спортсыларға рәхмәт әйтте һәм республиканың Спорт министрлығына БРИКС уйындары еңеүселәрен һәм призерҙарын бүләкләү буйынса тәҡдимдәр әҙ