Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Владислав Ухальға генерал Шайморатов орденын тапшырҙы. Ул хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡыйыулығы һәм батырлығы өсөн юғары наградаға лайыҡ булды. Шишмә районында тыуып үҫкән прапорщик Владислав Ухаль махсус тәғәйенләнештәге 45-се айырым гвардия бригадаһының махсус тәғәйенләнеш төркөмө инструкторы булып эшләй. 2022 йылдан ул махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Башлыҡ яугиргә Ватан мәнфәғәтенә лайыҡлы хеҙмәт иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Радий Хәбиров шулай уҡ муниципалитет етәкселәренең иғтибарын махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы йәмәғәт эшенә йәлеп итеү кәрәклегенә йүнәлтте. – Ошондай шәп егеттәрҙе – яҡташтарыбыҙҙы күрһәң, күңел шатлана. Уларҙа, ысынлап та, тормош энергияһы ҡайнай, тәжрибә һәм ысын илһөйәрлек ярылып ята, – тине етәксе. – Беҙ был егеттәрҙе республиканың дәүләт һәм йәмәғәт тормошона нисек йәлеп итеү тураһында мотлаҡ фекер алышасаҡбыҙ. Фото: Башҡортостан Башлығы