Найти тему
Башҡортостан гәзите

Байрас алты операция үткәргән, әммә тағы ла шунса кәрәк

2021 йылдың 17 авгусында Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында гараж янып китә. Янғын һүндереүселәр утты туҡтата һәм ундағы баллонды алып сығып, шунда урамда ҡалдырып китә. Кис шул тирәлә уйнап йөрөгән ике бәләкәй бала, баяғы баллон шартлап, ҙур зыян күрә. Береһенең тәненең - 50 проценты, икенсеһенеке 90 процентҡа бешә. Балаларҙы дауаханаға алып китәләр, әммә ныҡ бешкән берәүһе вафат була. Байрасты иһә 18 августа Өфөгә оҙаталар. Малай реанимацияла оҙаҡ ята, табиптар ата-әсәһен өмөтләндерә алмай. Шулай ҙа малай иҫән ҡала, алты операция үткәреп, дауахананан сыға, беренсе класҡа уҡырға бара. "Минең менән береһе лә уйнарға һәм дуҫлашырға теләмәне. Мине үсекләнеләр, ямаҡайһың тинеләр, бабай тип атанылар. Мин илап ҡасып киттем", - ти ҡайғырып Байрас. Әммә эш бының менән генә бөтмәй. Әле малайға 10 йәш. Тиҙҙән уның үҫмерлек осоро етә, кәүҙәһе тиҙ үҫә башлаясаҡ. Һау тире һуҙылыусан була, ә бешкәндән һуң ҡалған йөйҙәр улай түгел. Әле үк Байрастың йөҙөндәге тиреһе тартылып ауырттыра, ауыҙы тулыһынса ябылмай, аяҡ-ҡул хәрәкәттәре сикләнгән. Әсәһе Раушания әйтеүенсә, улар Санкт-Петербургта улына ярҙам итергә теләгән клиника тапҡан. Унда алты этапта операция яһаясаҡтар. Тик бының өсөн алты миллион һумға яҡын аҡса кәрәк. Күп балалы ғаиләнең көсөнән килерлек түгел был. Бөгөнгә миллион һумдан ашыу аҡса йыйылған. Байрасҡа ярҙам итергә теләгән битараф булмаған кешеләр "Алеша" хәйриә фонды сайтында бәләкәй яҡташыбыҙ тураһында бөтә мәғлүмәтте белә ала: https://aleshafond.ru/children/bairas-marakanov?utm_source=vk&utm_medium=target&utm_campaign=bairas-marakanov-1&utm_content=post&rb_clickid=162730721-1718721531-3061109098-0-b04f585455eb0c75a0eea450f2435fa766719bfb2db89daa0e746427869f2d71b97cfb4fa87d8bcf Фото һәм сығанаҡ: "Алеша" хәйриә фонды.