Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Айгүзәл һәм Арыҫлан Тимеровтар ҡотлауҙар ҡабул итте

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәсимә Тимерова менән Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Тимеровтың улы Арыҫлан өйләнгән. Арыҫлан Тимеров үҙе лә сәхнәлә танылыу яулай бара. Йәш йырсының кәләшенең исеме – Айгүзәл. Туй тантанаһы барышында Тимеровтар шаян видео төшөргән. Унда йәштәр менән бергә Азамат Тимеров та төшкән. Шаян видеоны халыҡ төрлөсә ҡабул итте, йырҙың һүҙҙәрен оҡшатмаусылар ҙа булды. Шулай ҙа шаярыуҙы аңлап ҡабул итеүселәр күберәк, улар йәштәргә тиң-тигеҙ, бәхетле, мөхәббәтле ғүмер теләгән. Әлбиттә, туй булғас, шаяртыуға ла урын була, шуға күрә был видеояҙмала бер хилафлыҡ та күрмәйбеҙ. Айгүзәл менән Арыҫланды ҡотлайбыҙ, мөхәббәтле, бәрәкәтле, парлы ғүмер теләйбеҙ! Видео: Арыҫлан Тимеровтың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенән (https://vk.com/babyti999) Фото: видеонан скриншот.