Иглин ауылынан Альберт Хәсәнов 2004 йылда, Өфөлә университетта уҡыуын тамамлағанда ата-әсәһенән ҡасып китә. Һуңынан Иглин районындағы бер ауылда өйләнә һәм ҡатыны менән ике бала үҫтерәләр. Әммә ике йыл элек ул ғаиләһенән дә китә. Былтыр йәй иһә уны машина бәрҙерә. 42 йәшлек ир ауыр йәрәхәттәр ала һәм хәтерен юғалта. Битараф булмаған кешеләр уның туғандарын эҙләп таба. Баҡһаң, Альберттың туғандары уны юғалғандан бирле эҙләй, хатта "Көт мине" телевизион тапшырыуына ла мөрәжәғәт итә. Һәм 2014 йылда әсәһе уның хәбәрһеҙ юғалғанлығын йә мәрхүм булғанлығын раҫлатыр өсөн судҡа дәғүә яҙа. Ата-әсә дауаханаға 20 йыл тиерлек элек юғалған улдары янына килә. Уны алып ҡайтмаҡсы булалар, әммә Альберт баш тарта. Күрәһең, хәтерен юғалтҡан ир уларҙы танымай. Ә инде иҫенә килгәс, әсәһенә шылтырата, ләкин ҡот осҡос яуап ишетә: "Һинең үҙеңдең ғаиләң бар, теләгәнсә йәшә. Беҙ һине 20 йыл элек ерләнек инде". Бер нисә дауаханала, наркология диспансерында туғыҙ ай дауаланғандан һуң, ир йүнәлеүгә табан бара. Уны өйгә ҡайтаралар. Альберт пилорамға эшкә инә, шунда уҡ йәшәү урыны таба. Ҡатыны иһә үҙенең яңы ғаиләһе барлығын белдереп, уның менән һөйләшеүҙән баш тарта. Ир тотороҡло эш һәм йәшәү урыны табырға, көнкүреш проблемаларын хәл итергә, хәтерен тергеҙергә, туғандары менән мөнәсәбәттәрен яҡшыртырға теләй. Сығанаҡ: https://ufa1.ru/text/gorod/2024/05/30/73636142/?ysclid=lxrd65pr5t436947889 Фото: видеонан скриншот.