Был бутҡаны Пәйғәмберебеҙ яратып ашаған. Уны Ғәйшә йөрәк һыҙлауын тынысландырыр өсөн йыш бешергән. Арпа менән һөттән бешерелгән бутҡаны өлкәндәр ҙә бәләкәстәр ҙә ярата. Уны ашаған саҡта эстән бөтә тән йылынған һымаҡ тойола. Арпаның файҙалы матдәләре тураһында әйтеп үтәйек. Был ҡыяҡлы үҫемлектә аҡһым (15,5%-ҡа тиклем) менән углеводтың (75%-ҡа тиклем) нисбәте бик яҡшы кимәлдә. Крахмал башҡа ҡыяҡлылар менән сағыштырғанда аҙ ғына миҡдарҙа. Арпа орлоғонда В, Е, А, D витаминдары бар. Тағы ла унда файҙалы микроэлементтар араһынан кремний, фосфор, калий, кальций, магний, никель, марганец, селен, йод, цинк барлығын иҫәптә тоторға кәрәк. Арпала шулай уҡ лизин менән гордецин тигән вирус һәм бактерияларға ҡаршы матдәләр бар. Уларҙан төрлө дарыуҙар эшләйҙәр. Шуның өсөн халыҡ араһында арпа ҡайнатмаһын һәм төнәтмәһен тиреләге бәшмәк ауырыуҙарынан һәм шештәрҙән, ашҡаҙан һәм тын алыу юлдары сирҙәренән йыш ҡулланалар. Тәлбинә бутҡаһын бешерер өсөн беҙгә арпа оно, һөт, һыу, май, бал кәрәк буласаҡ. Арпа