Иглин районының Урман ауылында, ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, дөйөм практика табибы офисы асылды. Программаның маҡсаты –халыҡҡа медицина ярҙамын яҡынайтыу. Яңы медицина учреждениеһы Иглин үҙәк район дауаханаһынан 42 километрҙа урынлашҡан. Ул райондың 12 ауыл халҡын хеҙмәтләндерәсәк. Барлығы 1859 кеше, 415-е - балалар. Бинала дөйөм практика табибы һәм педиатр кабинеттары, процедура һәм ҡабул итеү бүлмәләре урынлашҡан. Медицина учреждениеһы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. – Яңы дөйөм практика табибы офисы асылыу менән пациенттар медицина ярҙамын йорттарына яҡын урында аласаҡ. Ауылдаштарҙы диспансерлаштырыу үтергә саҡырабыҙ, – тине Иглин үҙәк районы дауаханаһының баш табибы Радмир Һәүбәнов. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар