Найти в Дзене

Кис ултырҙыҡ урамда...

Элек көтөү ҡайтҡас, тиҙ генә эштәрҙе бөтөп ҡапҡа төбөндә кис ултырыуға сыға торғайнылар. Хәҙер кис түгел, көндөҙ ҙә урамда кеше күренмәй тиерлек. Ашыға-ашыға йомошобоҙҙо йомошларға барабыҙ ҙа, ҡайтып, йәнә йортобоҙға сумабыҙ. Ә шулай ҙа һағындыра кис ултырыуҙар. Унда төрлө ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәлдәр һөйләнә, ауылдағы ваҡиғалар барлана ине. Лилиә Хөснуллина ошо хаҡта: "Хәҙер уйлап ҡарайым да, йырағая барған ул заманда кешеләр ябай, эскерһеҙ булған. Улар ябай тормоштоң матурлығын тоя белгән икән тием", - тип яҙып, күмәкләшеп шул йоланы тергеҙеп кис ултырыуҙарынан фото һәм видеояҙмалар һалған. Уларҙа самауыр сәйе, уйындар, йырҙар... Элекке мәлдәргә ҡайтҡандай булынды. Сығанаҡ: https://vk.com/wall-213168279_105593