Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Алдашып арыманығыҙмы, коллегалар?

Был аҙнала телеграм-каналдар нимәләр яҙҙы һәм уларҙы нисек фаш иттеләр? Барыһы ла беҙҙең сираттағы күҙәтеүҙә. “Уфиский визионер” телеграм-каналы аҙнаның мөһим сәйәси ваҡиғаһы – Үҙәк һайлау комиссияһы Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидаттарҙан документтар ҡабул итеп бөтөүенә иғтибар итте. Кандидаттарҙы партиялар тәҡдим итте, тауыш биреү быйыл 6-нан 8 сентябргә тиклем дауам итәсәк. Шулай итеп республиканың Үҙәк һайлау комиссияһына бер нисә кандидат документтарын тапшырҙы: Радий Хәбиров – “Берҙәм Рәсәй” партияһы тарафынан тәҡдим ителде; Владимир Нагорный – “Ғәҙел Рәсәй – Патриоттар – дөрөҫлөк өсөн” партияһы тарафынан тәҡдим ителде; Иван Сухарев – ЛДПР партияһынан; Артур Шәйнуров – КПРФ партияһынан; Илшат Тимерйәнов – “Яңы кешеләр” партияһынан. 11 июлгә тиклем кандидаттар БР Үҙәк һайлау комиссияһына урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары депутаттары ҡул ҡуйған кандидатты хуплау ҡағыҙҙарын, ҡануниәттә ҡаралған башҡа документтарҙы тапшырырға тейеш. Кандидаттарҙың быларҙың барыһын да тә

Был аҙнала телеграм-каналдар нимәләр яҙҙы һәм уларҙы нисек фаш иттеләр? Барыһы ла беҙҙең сираттағы күҙәтеүҙә. “Уфиский визионер” телеграм-каналы аҙнаның мөһим сәйәси ваҡиғаһы – Үҙәк һайлау комиссияһы Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидаттарҙан документтар ҡабул итеп бөтөүенә иғтибар итте. Кандидаттарҙы партиялар тәҡдим итте, тауыш биреү быйыл 6-нан 8 сентябргә тиклем дауам итәсәк. Шулай итеп республиканың Үҙәк һайлау комиссияһына бер нисә кандидат документтарын тапшырҙы: Радий Хәбиров – “Берҙәм Рәсәй” партияһы тарафынан тәҡдим ителде; Владимир Нагорный – “Ғәҙел Рәсәй – Патриоттар – дөрөҫлөк өсөн” партияһы тарафынан тәҡдим ителде; Иван Сухарев – ЛДПР партияһынан; Артур Шәйнуров – КПРФ партияһынан; Илшат Тимерйәнов – “Яңы кешеләр” партияһынан. 11 июлгә тиклем кандидаттар БР Үҙәк һайлау комиссияһына урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары депутаттары ҡул ҡуйған кандидатты хуплау ҡағыҙҙарын, ҡануниәттә ҡаралған башҡа документтарҙы тапшырырға тейеш. Кандидаттарҙың быларҙың барыһын да тәҡдим итеүенә шик юҡ. Канал хәбәр итеүенсә, агрессив рәүештә үҙенең һайлау кампанияһын башлаған элекке чиновник ҡатынды бер кем дә үҙ кандидаты итеп күрһәтмәне. Тимәк, быйылғы һайлау сәйәси интригаһыҙ үтеп китер тип көтөргә кәрәк. Телеграмдағы “Фактчекинг по-башкирски” каналы (t.me/bashFCK) республикалағы көнүҙәк хәл-ваҡиғаларҙы, проблемаларҙы ваҡытында һәм дөрөҫ итеп яҡтыртыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Был аҙнала улар нимәләр тураһында яҙҙы? Һәр ваҡыттағыса, канал башлыса “Пруфы” баҫмаһында донъя күргән “уйлап сығарылған” сенсацияларға иғтибар итте. Был юлы улар бер йыл элек вафат булған кешенең исемендә сенсация эшләп маташты. Эш шунда: рәсми норматив-хоҡуҡи акттар порталында 2021 йылдан документ барлыҡҡа килде, унда экологик совет комиссияһы составында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың элекке депутаты һәм Йомағужа һыу һаҡлағысы директоры Бәхетғәлей Батанов күрһәтелгән. Редакция фекере буйынса, документты баҫтырған чиновниктар кешенең вафат булыуын да белмәй тигән яңылыҡ таратты. “Фактчекинг по-башкирски” каналы нимә булғанын асыҡланы. Баҡтиһәң, ни бары ябай техник етешһеҙлек арҡаһында мәҡәләне баҫтырғанда тотҡарлыҡ килеп сыҡҡан. Был әлеге актҡа үҙгәрештәр әҙерләй башлағанда асыҡлана. Теләһә ҡайһы юрист норматив акттарҙы өйрәнгәндә раҫланған датаға ҡарарға һәм шул замандағы ысынбарлыҡтан сығып факттарҙы интерпретациялау кәрәклеген әйтәсәк. Юҡ бит, “Пруфы”ға кеше үлемендә булһа ла хайп кәрәк. Бер ни ҙә эшләп булмай – әхлаҡ һәм "һары матбуғат" йәнәшә атлай алмай. “Пруфы”ның тағы бер “һары яңылығы” “Өфө-II ҡаласығы”на бәйле. Республиканың бөтә киң мәғлүмәт сараларында ғибәҙәтхана төҙөлмәйәсәге тураһында яҙылды. Археологик ҡомартҡы урынында “Боронғо Өфө” археологик парк-депозитарий төҙөләсәк, тип бер нисә тапҡыр республика башлығы Радий Хәбиров тә белдерҙе. Әммә был юлы баҫма археолог Фларит Сөнғәтовҡа һылтанырға ҡарар итте. Уның фекеренсә, “Өфө-II ҡаласығы”на яҡын бөтә биләмә тарих һәм археология ҡомартҡыһы булып тора. Ә беҙ иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. Ике участка бар. Зәки Вәлиди менән Воровский урамдары сатында урынлашҡан “Өфө-II ҡаласығы”археологик ҡомартҡыһы биләмәһе рәсми рәүештә тарихи-археологик мираҫ объекты тип танылған. Тап ошо участкала депозитарий төҙөләсәк тә инде. Шулай уҡ уның эргәһендәге участка бар, ул 1990 һәм 2000 йылдарҙағы төҙөлөштәрҙә археологик ҡатламдың емерелеүе арҡаһында тарихи ҡомартҡы түгел. Был участкала ғибәҙәтхана төҙөү күҙалланғайны. Әммә төбәк Башлығы ҡарары буйынса, йәмәғәтселек фекеренә ярашлы, ғибәҙәтхана төҙөлөшө туҡтатылды. “Биләмәлә (ғибәҙәтхана төҙөү күҙалланған участкала) тикшереү барышында ҡатламдың тулыһынса юҡҡа сығыуы асыҡланды. Артефакттарҙы урынлаштырыу планын төҙөү ҡатламдың емерелеүе арҡаһында мөмкин булманы, быны тупраҡты тикшереү раҫланы, тимәк, эргә-тирәләге биләмәнең археологик ҡиммәте юҡ”, – тип комментарий бирә Башҡортостан Республикаһының Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралығы начальнигы Салауат Ҡолбахтин. Сөнғәтов әфәнденең тезистары ғилми раҫлау тапмай. Ул үҙ фекерен Башҡортостандың Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығына ҡаршы судта ла яҡлай алманы һәм һуңғы ваҡытта дәғүәһен кире алды. Үткән аҙнала төрлө пабликтарҙа “Дубки” балалар лагерында булған хәл тураһында мәғлүмәт таралды. Хәбәр ителеүенсә, бер үҫмер ике 11 йәшлек мәктәп уҡыусыһын камераға өлкәндәр өсөн видео төшөрөргә мәжбүр итә. Канал лагерҙа ысынбарлыҡта нимә булғанын тикшергән. “Өлкәндәр” видеоһына бәйле инцидент, ысынлап та, 15 июндә булған. Бында 14, 12 һәм 10 йәшлек малайҙар төшкө йоҡо ваҡытында телефондан 18 йәштән өлкәндәр өсөн видеоматериалдар ҡараған һәм шуға оҡшатып пародия төшөрөп, роликты таратырға булған. Тәүгеләрҙән булып был видеояҙманы вожатыйҙар күргән һәм смена начальнигына мөрәжәғәт иткән. Пабликтарҙа, хакимиәт был хәл тураһында белеп ҡалғас, бер ни ҙә эшләмәгән һәм малайҙарҙы икенсе төркөмгә күсергән, тиелгән. Әммә был улай түгел. Смена начальнигы шунда уҡ ата-әсәләрҙе лагерға саҡырған, балаларҙың тәртибе тураһында мәғлүмәт бирҙе. Малайҙарҙы шул уҡ көндө өйөнә ҡайтарып ебәргәндәр. Бөгөн хоҡуҡ һаҡлау органдары ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай. Һәм һүҙ һуңында йәнә “Пруфы”ға әйләнеп ҡайтабыҙ. Был аҙнала улар дәүләт мәғлүмәт сараларын алдаҡта ғәйепләп маташты. Был хәл йәнә Хәйбулла районының Подольск ауылына бәйле. Баҡыр-цинк руднигы асылыу менән бәйле Подольск халҡын яңы йорттарға һәм фатирҙарға күсерәләр. Ағымдағы йылдың май аҙағында Азат Бадранов сәнәғәт объекттарын төҙөү һәм ауыл халҡын күсереү барышы менән танышты. “Пруфы” баҫмаһының һүҙҙәренсә, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының был турала төшөргән сюжеты бик дөрөҫ түгел. Урындағы халыҡ, йәнәһе лә, хәбәрселәре интервью алған кешеләрҙе лә белмәй. Канал хәлде асыҡлар өсөн был кешеләр тураһында мәғлүмәт эҙләгән. Уларҙың барыһы ла күп йылдар дауамында ауылда йәшәй. Тамара Щекатурова Подольск ауылына 1972 йылда килә һәм мәктәп интернатында тәрбиәсе булып эшләй. Дамир Ваһазов ауылға 1978-1979 йылдарҙа килгән һәм әле лә ошонда йәшәй. Рәмил Ишмөхәмәтов Подольскиҙа тыуып үҫкән. 2022 йылда Аҡъярға күсенә. Хазина Радаева Подольск ауылына ғаиләһе менән 1982 йылда килә, ә Эльвира Мифтахова ошонда тыуған һәм 1976 йылдан алып ауылда йәшәй. Ни өсөн урындағы халыҡ “Пруфы” версияһы буйынса улар тураһында бер нәмә лә белмәй? Был – ни бары баҫманың сираттағы ялған мәғлүмәте. Коллегалар, был юлы һеҙҙән тикшерелгән мәғлүмәттәрҙе генә баҫтырып сығарыуығыҙҙы һорайбыҙ, – тип яҙа “Фактчекинг по-башкирски” каналы.