Рауил йомоҡ, бәләкәйҙән өндәшмәҫ булды. Әллә бик иртә әсәйһеҙ ҡалыу сәбәпсе булдымы быға... Береһенән-береһе бәләкәй биш балаһын ҡалдырып, ауыр сирҙән йәшләй баҡыйлыҡҡа күсте шул әсәләре. Иң өлкән ағалары саҡ өйләнеп, айырым донъя көтә башлағайны ул ваҡытта.
Әсәләре үлгәс, аталары бер нисә тапҡыр өйләнеп ҡараны, әммә дүрт балалы бәләкәй генә йортта донъя көтөп, баҫылып йәшәп китергә теләүсе булманы. Ҡатындар аҙыраҡ тора бирҙе лә ҡайтып китеү яғын ҡараны. Булмаған бәхет артынан ҡыумайым тип, ир ҙә төңөлөп, балаларын яңғыҙы аяҡҡа баҫтырҙы.
Башҡалары үҙ парҙарын табып, ояларын ҡорҙо, тик өндәшмәҫ Рауил ғына өйләнмәй йөрөй бирҙе. Мыҡты кәүҙәһе, бөҙрә сәстәре, зәңгәр күҙҙәре ҡыҙҙарҙың һушын алырлыҡ та бит, тик бына шул йомоҡлоғо...
Ахырҙа ауылдаштарының береһе күрше райондан Мәрзиә исемле тәпәшәк кенә буйлы, ҡараҡай ғына етем ҡыҙҙы димләне. Был икәү төп йортта бергәләп донъя көтә башланы. Ҡарт аталары ла, балаларымдың барыһын да башлы-күҙле иттем тип, тынысланып, оҙаҡ та тормай теге донъ