Найти тему
Башҡортостан гәзите

Радий Хәбиров халыҡҡа ниндәй сигнал бирә?

Яңыраҡ Башҡортостан Башлығы һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһынан кандидат Радий Хәбиров “Ведомости” гәзите журналисына ҙур интервью бирҙе. Әйткәндәй, бындай форматтағы үҙ ҡарашын еткереү һайлау алды осоронда өсөнсө тапҡыр ҡулланыла. Күп кенә киң мәғлүмәт саралары мәҡәләне яңынан баҫтырып сығарыуҙан тыш, ҡайһы бер интернет-баҫмалар уны айырым фразаларға бүлгеләп таратты. Шулай итеп, бойондороҡһоҙ “Пруфы” баҫмаһының Рөстәм Шәйәхмәтов йөҙөндәге штаттағы эксперты республикала йәшәгән һәр 10-сы кешенең килеме ярлылыҡ сигенән түбәнерәк тигән фәҡирлек кимәле тураһындағы бер һорауға ғына иғтибар итте. “Идель.Реалии” баҫмаһы (сит ил агенты функцияларын башҡарыусы киң мәғлүмәт саралары) Вадим Сидоров йөҙөндә Радий Хәбировтың “Башҡорт” хәрәкәте етәкселәрен (Рәсәй биләмәһендә экстремистик тип танылған һәм тыйылған ойошма) башҡорт халҡының һәм илдең хыянатсылары тип атауына үпкәләүен белдерҙе. “Башкирский гамбит” телеграм-каналы иһә был интервьюға сәйәси күҙәтеү яһаны. Уны һеҙҙең иғтибарға ла тәҡдим итмәксебеҙ. Бәләкәй эштәр тактикаһынан халыҡтың килемен арттырыуға тиклем. Башҡортостан Башлығы йорт биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса “Башҡортостан ихаталары” проектын ғәмәлгә ашырыу миҫалын килтерҙе, республикала социаль-иҡтисади күрһәткестәр һәм түбән эшһеҙлек тураһында мәғлүмәт менән таныштырҙы. Шулай уҡ ауыл халҡының килеме ҡаланыҡынан айырмалы рәүештә юғары булмауын билдәләне, ләкин халыҡтың үҙмәшғүл сифатында, уларҙың килеменә ҡаты дәүләт контролһеҙ аҡса эшләү мөмкинлеге барлығын әйтте, ауылда дәүләт ярҙамы саралары ҡаралыуын билдәләне. Инвестициялар, ил Президентының май указдарын үтәү һәм киләһе биш йылға “Башҡортостан 3.0” программаһын ғәмәлгә индереү Быға тиклемге киң мәғлүмәт сараларындағы комментарийҙарындағы кеүек, ул инвестиция йәлеп итеү ҡеүәһе үҫешенең өҫтөнлөклө булыуын билдәләне, һәм был юлы һөҙөмтәләр Стратегик башланғыстар агентлығының федераль рейтингында раҫланды, тине. Бынан тыш, ул республиканың Президент курсын мотлаҡ үтәүе һәм оҙаҡламай, макроиҡтисади күрһәткестәрҙе иҫәптә тотоп, республиканың биш йыллыҡ үҫеш программаһын башлауы тураһында фекерен раҫланы. Авиация техникаһы һәм стратегик объекттарҙың хәүефһеҙлеге тураһында Республика “Пилотһыҙ авиация системалары” милли проектын ғәмәлгә ашырыуҙы дауам итә, Күмертау авиация етештереү предприятиеһы граждандар БАС-ы етештерә, “Интеграллы роботлаштырылған технологиялар” һәм РВ-1 Радиоэлектрон технопаркын булдыра. Шулай уҡ Радий Хәбиров стратегик объекттарҙы Киев дрондарынан һаҡлауҙың икеләтә һаҡлау системаһы тураһында һөйләне. Хеҙмәт ресурстары, кадрҙар дефициты һәм дәүләт оборона заказы тураһында Төбәк башлығы бизнестың айырым төрө өсөн хеҙмәт ресурстары булыуы тураһында ла әйтте, шулай ҙа сәнәғәт предприятиелары өсөн кадрҙар дефициты булыуын таныны. Шуға ҡарамаҫтан, Башҡортостан илдең дәүләт оборона заказы бурыстарын тулыһынса үтәй. Средстволарҙы бүлеү тураһында: федераль үҙәк-төбәктәр һәм НДФЛ ставкаһын арттырыу Беҙ Мәскәүҙә илдең аҡсаһын үҙәкләштереү тураһында мифтарҙың юҡҡа сығыуы хаҡында ишеттек. Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, Башҡортостанда йыйылған һалымдарҙың яртыһы тиерлек кире ҡайта. Ә НДФЛ-ды арттырыу, халыҡтың күпселек өлөшөнә ҡағылмаясаҡ, шулай ҙа һалым хеҙмәтенән аныҡлыҡ индерергә кәрәк, тине. 6. Агросәнәғәт комплексы һәм һауа торошоноң аномалиялары – ҡырауҙар Республика властары урындағы халыҡҡа ла, тышҡы заказсыларға ла продукция оҙатыуҙың киҫкен хәлен йырып сығыуы, был эштең билдәләнгән күләмдәрҙә дауам итеүе тураһында хәбәр итте. Эске туризмды үҫтереү Геосәйәси шарттарҙа илебеҙ өсөн туризмды тиҙ үҫтереү өсөн төбәктәргә мөмкинлек биргән дөйөм федераль тема. 8. Идара итеү командаһы һәм коррупция эштәре тураһында Төбәк Башлығы үҙ командаһының эшмәкәрлегенә яҡшы баһа бирә, уларға төбәк чиновниктары ғына түгел, урындағы властар – муниципалитет хакимиәттәре башлыҡтары ла ҡарай. Хәбиров уларҙың пандемия осоронда ла, махсус хәрби операция ваҡытында ла хеҙмәтен һәйбәт баһалай. Бөтә ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары гуманитар йөктәр менән МХО-ға бара, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итә. Коррупция факторҙары хаҡында икенсе эш. Радий Хәбиров әйтеүенсә, кадрҙар һайлағанда хаталанырға мөмкин, ләкин һәр аныҡ кеше буйынса суд ҡарары булмайынса, уны эштән бушатыу тураһында ҡарар ҡабул итмәй. Баймаҡта ғинуарҙа үткәрелгән протестар һәм диалог башланғыстары тураһында Башҡортостан Башлығы һуңғы 30 йыл дауамында республика властарына шантаж юлы менән баҫым яһарға маташҡан милләтселек структураларына көрәш иғлан итте. “Башҡорт” этник милләтселәр лидерҙарын ул халыҡҡа һәм илгә хыянат итеүселәр тип атаны. Уларҙың күптәре хәҙер Көнбайышта, үҙҙәренең яңылыҡ ресурстары һәм мессенджерҙары аша халыҡты Башҡортостанда законһыҙ эш итергә саҡыра һәм Рәсәйҙең махсус хәрби операцияла еңелеүен теләй. Төбәктә протест кәйефен билдәләү тураһында Республика Башлығы билдәләүенсә, төрлө социология хеҙмәттәре буйынса бындай кәйефтәрҙе иҫәпкә алыу алып барыла, әммә етди бер нимә лә теркәлмәгән. Төбәк властарына һәм РФ субъектының сәйәси идара итеүенә ышаныстың юғары булыуы билдәләнә. “Берҙәм Рәсәй” праймеризында МХО-ла ҡатнашыусылар еңеүе тураһында Журналисҡа яуап итеп беҙ Хәбировтың федераль кәйефтәрҙе яҡлауы һәм хәрбиҙәрҙе – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы муниципалитеттарҙа власть партияһынан депутатлыҡҡа кандидаттар сифатында күрһәтеүҙе хуплауы тураһында ишеттек. Был интервьюның аудиторияһы: һайлаусылар – Башҡортостан халҡы, мөмкин булған һәм реаль инвесторҙар, федераль властар, шул иҫәптән Оборона министрлығы, МХО-ла ҡатнашыуысалр һәм уларҙың ғаиләләре, чиновниктар, көс структуралары, этник милләтселәр һәм сил ил агенттары. Маҡсаттары һәм бурыстары: Радий Хәбиров “Ведомости” гәзитенә коммуникация каналы булараҡ биргән интервьюһы аша төбәк үҫешен, Башҡортостан Башлығы вазифаһында биш йыллыҡ эш һөҙөмтәләрен һәм республикала йәшәгән һайлаусыға идара итеү пландарын еткерергә ынтыла. Ул республикала йәшәүселәргә Башҡортостанда аныҡ проблемаларҙы хәл итеү һәм йәшәү сифатын яҡшыртыу өҫтөндә артабан эҙмә-эҙлекле эшләргә әҙер булыуын билдәләй, эшҡыуарҙар берләшмәһенә властарҙың сәйәсәттә инвестиция йәлеп итеүсәнлегенең һәм шәхси-дәүләт партнерлығының мөһимлеге тураһында сигнал бирә. Чиновниктарҙы мәнфәғәттәр бәхәсенән һәм коррупция осраҡтарынан иҫкәртә. Федераль үҙәккә төбәктең алынған йөкләмәләрҙе, шул иҫәптән махсус хәрби операция шарттарында дәүләт оборона заказын үтәү темптарын һаҡлауҙы һәм ил Президентының яңы май указдарын тормошҡа ашырыуҙы раҫлай. Көс структураларын төбәк властары менән бергә экстремистарға ҡаршы ҡаты көрәшергә саҡыра, ләкин протест эшмәкәрлегенә манипуляциялар аша ябай халыҡтың да йәлеп ителеүе мөмкинлеген иҫәптә тоторға ҡуша. Ә сит ил агенттарына һәм этник милләтселәргә улар менән диалог булмауын билдәләй. Көтөлгән һөҙөмтә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Мөрәжәғәтнамәһенә оҡшап, Радий Хәбировтың һайлау алды һүҙҙәре республикалағы социаль-психологик мөхиткә йоғонто яһауы, дәүләттең бөтә социаль йөкләмәләрен тормошҡа ашырыу гаранты һәм төбәк биләмәһендә бизнес алып барыу өсөн шарттар булдырған ышаныслы партнер булараҡ төбәк властарының ыңғай образын һаҡлауға йоғонто яһауы мөмкин. Алдағы биш йылға “Башҡортостан 3.0” программаһын планлаштырыу, бер яҡтан, халыҡ өсөн тынысландырыу һәм ышандырыу һөҙөмтәһенә эйә, икенсенән, киләсәккә ышаныс менән ҡарарға булышлыҡ итә. Фото: https://www.vedomosti.ru/politics/characters/2024/06/17/1044133-radii-habirov