Найти тему
Журнал "Шонкар"  

Ҡаймаҡтан печенье

Кәрәк: 300 г ауыл ҡаймағы (йәки 200 г магазин ҡаймағы +100 г аҡ май), 150 г шәкәр, 1 пакетик ванилле шәкәр, 2 йомортҡа, семтем тоҙ, 1 балғалаҡ сода (йәки 1,5 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс), 450-500 г он.
Ҡаймаҡты шәкәр, ванилле шәкәр, семтем тоҙ менән болғатып алырға. Йомортҡаларҙы туғып ҡушырға, бергә болғатырға. Соданы онға ҡушырға ла иләк аша үткәрә-үткәрә, йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫырға. Ҡамырға 10 минут ял бирергә (һыуытҡыста тотоп алырға ла була).
Теләгән формала печеньелар эшләп, 180 градусҡаса ҡыҙған мейестә 20 минут бешерергә (оҙаҡ тотмағыҙ, ҡыҙарыу менән алырға).
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!