Кискә ҡарай ауыр яңылыҡ билдәле булды: Башҡортостан әҙәбиәте һәм фәне ҙур юғалтыу кисерҙе. Өфөлә билдәле ғалим-энциклопедист, башҡорт әҙәбиәте аҡһаҡалы, Башҡортостандың халыҡ шағиры, педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы Рәшит Шәкүр оҙаҡ ауырығандан һуң 87 йәшендә донъя ҡуйҙы. Рәшит Шәкүр (тулы исеме — Шәкүров Рәшит Закир улы), 1937 йылдың 11 ғинуарында Әлшәй районы Яңы Абдрахман (Түбәнге Сумар) ауылында тыуған. Башҡортостандың халыҡ шағиры (2021), Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2012), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2007), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997). 1961 йылдан СССР-ҙың Журналистар, 1978 йылдан — Яҙыусылар союздары ағзаһы. Өфө ҡалаһының почетлы гражданы (2018). Ул беҙҙең “Башҡортостан” гәзитендә әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. БАССР Яҙыусылар союзы идараһында, “Ағиҙел” журналы, “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми нәшриәтендә яуаплы вазифалар башҡара. 1992 йылда Башҡортостанда энциклопедия төҙөү эшен йәнләндереп ебәрә. “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми нәшриәте директоры булып эшләй. Уның редакцияһында “Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия” сыҡты, ул - шулай уҡ алты томлыҡ “Башҡорт әҙәбиәте тарихы” авторҙарының береһе. Уның ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.