Баймаҡ районында Рәсәй Президентының май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) маҡсатлы эш алып барыла. Баймаҡ районынан йәш эшҡыуар Илназ Хәмитов ит һәм һөт йүнәлешендәге аттар үрсетеү менән шөғөлләнә. Элек ул атаһы менән бергә ауыл хужалығы менән шөғөлләнгән, хәҙер иһә үҙенең предприятиеһына етәкселек итә. -Мин ауылда тыуғанмын һәм ғүмерем буйы ошондамын. Атайымдың шәхси ярҙамсы хужалығы бар, уға бала саҡтан уҡ хужалыҡ буйынса ярҙам иттем, - ти Илназ. 2023 йылда яңы эш башлаған эшҡыуар үҙ эшен үҫтереүгә 4,9 миллион һумдан ашыу «Агростартап» гранты алған. Танышым «Агростартап» грантын алыу тәжрибәһе хаҡында һөйләне, һәм мин дә был тәжрибәне ҡулланып ҡарарға булдым. Еңелдән булманы, әлбиттә, йыл буйына әҙерләндем, грамоталы бизнес-план төҙөргә кәрәк ине, - тип дауам итә фермер. Грант