Хәйбулла районының Татыр-Үҙәк ауылынан Урал Закировтың фермер хужалығында мал аҙығын етештереү буйынса күсмә семинар үтте. Семинарҙа район етәкселеге, ауыл хужалығы бүлеге, мәғлүмәт-консультация үҙәге белгестәре, ауыл хужалығы предприятиелары һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары етәкселәре ҡатнашты. Фермер хужалығының йәйге яланында үткән осрашыуҙы асып, район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илмир Ҡотоев мал аҙығы әҙерләү кампанияһы осоронда район аграрийҙарының тәү сираттағы бурыстарын билдәләне. Мал аҙығын әҙерләү осорона пландар, мал аҙығы культураларын урып йыйыу техникаһының әҙерлеге һәм тәьмин ителеше, эштәрҙе башҡарғанда унда һаҡлау һәм янғын хәүефһеҙлеге талаптарын үтәү буйынса - ауыл хужалығы бүлегенең баш белгесе Фаил Бикбов, малдар иҫәбе һәм ҡышҡы осорға мал аҙығына ихтыяж буйынса «ИКЦ» муниципаль бюджет учреждениеһының баш зоотехнигы Владик Вәлиев хәбәр итте. Билдәләнеүенсә, район хужалыҡтарының барлыҡ категорияларында 28 мең тоннанан ашыу бесән, өс мең тоннаға яҡын һалам әҙерләү планлаштырыла. Бөгөнгә мең гектарҙан ашыу майҙанда үлән сабылған. Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президентының май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла. Фото һәм сығанаҡ: Ринат Иманғолов.