Быйылғы йәйҙең һәр көнө аптыратырлыҡ. Ҡапыл күк күкрәй, шарт та шорт йәшен йәшнәй, көслө дауыл сыға һәм ҡойоп ямғыр яуа башлай... Кисә лә республиканың күп ҡала һәм райондарында йәшен йәшнәп, көслө ел сыҡты, аҙаҡ ҡойма ямғырҙар үтте. Бигерәк тә Өфө һыу ҡамауында ҡалды. Урамдар буйлап йылғалар аҡты, хатта машиналарға "йөҙөп" сығырға тура килде, урам йылғаларында велосипедтар ағыуын күрһәткән видеолар социаль селтәрҙәрҙә урын алды. Бигерәк тә "Планета", Ғаилә" сауҙа үҙәктәре ҡойма ямғырҙан ҙур зыян күреп, бина эсенә һыу үтеп, күп кенә бутиктарҙағы кейем-һалымды еүешләгән. Шулай уҡ көслө ҡойон арҡаһында ҙур ағастар һынып ҡолаған, светофорҙар ауған. Инорс биҫтәһендәге "Магнит Косметик" магазины ла һыу аҫтында ҡалған. Хатта ҡайһы бер йорттарҙы өс ҡатына тиклем һыу баҫҡан. Тәбиғәт һынауымы әллә һуңғы ваҡытта ямғырҙан һуң ҡалҡҡан бәшмәктәр кеүек бер-нисә ай эсендә биналарҙың, йорттарҙың хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен инҡар итеп төҙөлөүеме? Юлдарҙа һыу ағыу өсөн махсус урындарҙың булмауы ла быға сәбәптер инде. Нисек кенә көслө булһаҡ та, тәбиғәт ҡанаундары алдында кеше лә көсһөҙ шул... Фото: Константин Любин. Видео: телеграм- канал.